Бөтә яңылыҡтар
Байрам уңайынан
25 Ноябрь 2022, 15:55

Әсәләр нур сәсәләр!

Бөгөн Яҡут башланғыс мәктәбендә, иң гүзәл байрамдарҙың береһе - Әсә көнө менән хөрмәтле ҡатын- ҡыҙҙарыбыҙҙы, һалдат әсәләрен ҡотланыҡ. 

Әсәләр нур сәсәләр!
Әсәләр нур сәсәләр!

Көндөң яҡтылығы- ҡояшта,
Күктең матурлығы- йондоҙҙарҙа,
Ерҙең гүзәллеге ҡатын- ҡыҙҙарҙа.
Бөгөн Яҡут башланғыс мәктәбендә, иң гүзәл байрамдарҙың береһе - Әсә көнө менән хөрмәтле ҡатын- ҡыҙҙарыбыҙҙы, һалдат әсәләрен ҡотланыҡ.
Байрамды балалар башлап ебәрҙе, бик йөкмәткеле шиғырҙар, йырҙар, бейеүҙәр һәр әсәнең күңеленә хуш килде.
Кисәбеҙҙең иң ҡәҙерле ҡунаҡтары булып бөгөн һалдат әсәләре саҡырылғайны.
Быйылғы йылдың көҙө, барыбыҙ өсөндә бик ауыр килде, ә бөгөн саҡырылған әсәйҙәребеҙгә икеләтә ауыр, балаһын һуғышҡа оҙатҡан әсәгә хоҙай түҙемлектәр генә бирһен, беҙҙең теләктәребеҙ ошо әсәйҙәребеҙ көндәлек мәшәҡҡәтәренән арынып, концерт ҡарап ял итеп ҡайтһындар тигән теләк менән саҡырғайныҡ.
Эйе бик файҙалы, балаларға ла бик фәһемле, кисә булды, был кисә. Әсәйҙәр менән ҙур әңгәмә үткәрҙек, "Күңел нуры" түгәрәгендә йөрөгән әсәйҙәребеҙҙә үҙәренең теләктәрен теләп, матур йырҙар йырлап, шиғырҙар уҡып кисәгә йәм өҫтәнеләр.
Башланғыс синыфтарҙың етәксеһе Гөлшат Сәғҙәтулла ҙур рәхмәт. (Күңел нуры түгәрәгенең иң актив ағзаһы булып тора ул). Һәр ваҡыт төрлө кисәләрҙе мәктәп менән китапхана берлектә үткәрәбеҙ, сөнки уҡытыусы кеше әйтеп тормаһа балаға китап уҡы- тип, бала китапханаға әйләнеп тә ҡарамаясаҡ. Гөлшат Сәғҙәтулла ҡыҙы үҙе лә бик күп уҡығас аңлай: "Китап- иң ҡәҙерле хазина" - икәнен балалар өсөн генә түгел, ололар өсөндә.
"Күңел нуры" түгәрәгендә йөрөгән әсәйҙәр, өләсәйҙәребеҙгәлә ҙур рәхмәт, һәр бер сараның йәме улар, (беҙ ҡул эштәрен әүҙем бергәләп башҡарабыҙ) ошоғаса ошо әсәләрҙең эшләгән эштәрен балалар приютына ебәрә инек, хәҙер инде ике посылка һуғыш яландарындағы һалдаттарға китте, өсөнсөһөн Яңы йыл бүләге итеп ебәрергә ниәт итеп торабыҙ. Шулай уҡ сараға йыйылған хөрмәтле ҡунаҡтарыбыҙға сәй әҙерләп, мул табын ҡороп, йүгереп йөрөүсе ҡыҙҙарға ла ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәм.
Бына ошолай, китапханасы бөгөн китап биреүсе генә түгел, һәр бер бер байрамды еренә еткереп ойоштороусы ла, һәр бер аңлы кеше аңлай, беҙ ошолай ысул менән эшләп, китап һөйөүселәрҙе артырабыҙ икәнен.
Таңһылыу Исламғолова, Яҡут ауылы

Автор: Дим Ильясов
Читайте нас