

Тап ошолай тип һамаҡлап, Мөхәмәт Исҡужин исемендәге прогимназияһының уҡыусылары, уҡытыусылары Гөлнара Илдар ҡыҙы етәкселегендә, Әсә көнөнә арналған "Әсәйҙәр - тормош биҙәге" исемле байрам уҙғарҙылар. Балалар ихласлап концерт номерҙары күрһәттеләр. Ҡыҙҙар һәм малайҙарыбыҙ шиғыр һөйләү оҫталыҡтары, йыр-бейеүгә булған һәләттәре менән ҡыуандырҙылар. Һәр бала әсәһенең портретын төшөргән, бүләкте үҙ ҡулдары менән әҙерләгән.
Мәктәп директоры Әнисә Сәғит ҡыҙы Түләгәнова балаларҙың үҙэшмәкәрлеген хуплап: "Һәр саҡ шундай әүҙем булығыҙ.Тырышып уҡыһағыҙ - үҫкәс ҙур кешеләр булырһығыҙ!"-тип теләне.
Беҙ, әсәйҙәр ҙә, уйындарҙа ҡатнашып, рәхәтләнеп ял иттек. Күңелле байрам сәй табыны менән тамамланды.
Яҡынлашып килгән байрам менән барлыҡ ӘСӘЙҘӘРҘЕ ҡайнар ҡотлайбыҙ! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаиләләрегеҙгә именлек һәм татыулыҡ, күк йөҙөбөҙ аяҙ, донъяла тыныслыҡ булһын,тип теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!
Хөрмәт менән 3-са А классы әсәйҙәре