Әсәләр көнө. Һине донъяға яралтҡан Кешегә арналған байрам. Ожмах асҡысы әсәләр ҡулында тиҙәр. Был хәҡиҡәткә ҡаршы ла бер ни әйтеп булмай.
Шулай булғас, бөгөн һәр бер бала (өс йәшме уға, алтмышмы - мөһим түгел) Әсәләрен ҡотлай, бүләкләй.
Ермолаево ауылынан Юра Тәзетдинов та ҡотлай әсәһен. Йылы һүҙҙәр менән бер рәттән, ишек алдына бына ошонда ҡыш бабай яһап ултыртҡан Юра. Оригиналь бүләк. Әсәһе иртән тороп тышҡа сыҡһа, уны ошондай күренеш көтөп тора - ҡар бабайы, ә ҡулында гәзит һәм, әлбиттә, сәскәләр.