Байрам уңайынан
3 Декабрь 2022, 07:58

Йырып барыу

Уларҙы әллә күпме халыҡ йыйып, ҡосаҡ-ҡосаҡ ҡиммәтле гөлләмәләр, грамоталар биреп, ҡулдар сабып ҡотламанылар ҙа шикелле.

Йырып барыуЙырып барыу
Йырып барыу

Ә бит Юрист көнө тигән байрам уларға туранан-тура ҡағыла: район хакимиәтенең юристары улар. Әлфиә Рафиҡова - юридик бүлек начальнигы, Гүзәл Шрамкова - юрисконсультант.
Хакимиәттең закон нигеҙендә генә, уңға-һулға сайҡалмай, аҡһамай, таймай, дөрөҫ итеп эшләүе уларҙан тора.
Кисә индек. Ике ҡыҙ ҡағыҙҙар араһынан саҡ күренеп ултыра.
- Эшегеҙ бигерәк күңелһеҙҙер инде, - үҙебеҙҙең бындай эште енебеҙ һөймәй, өҫтәлдә саҡ ҡына рәсми ҡағыҙҙәр йыйылып киттеме, ныҡ ауыр, тын тарлыға башлай, тиҙерәк, барыһын ташлап, тышҡа сығып ҡасҡы килә.
- Юҡ, беҙҙең эш ныҡ күп яҡлы. Тормоштоң һәр сфераһын ала бит, бер төрлөлөк юҡ.
- Иң йәнгә тейгәне нимә? - һаман аңламайбыҙ, хәреф сүпләп ултырыуҙың ни ҡыҙығы? Етмәһә, улай-былай булһа, иң тәүҙә прокуратураға уларҙы һөйрәй башлайҙарҙыр.
- Әллә, ундайы юҡ. Төрлө саҡ булалыр, бына әле иң күп килгән мөрәжәғәттәр-ялыуҙар мобилизацияға бәйле. Йырып барабыҙ.
Түңәрәк күҙҙәр һаман элекке хәленә ҡайтмағас, ҡыҙҙар төшөндөреүен дауам итә:
- Беҙ халыҡ өсөн эшләйбеҙ, пафослы яңғыраһа ни, дөрөҫө шул. Эшкә ҡыуанып киләбеҙ, ҡыуанып ҡайтабыҙ, сәғәткә текләп, ҡасан үтер икән көн тип ултырмайбыҙ. Эшебеҙ бик ҡыҙыҡлы.
Йөҙҙәрендә бер тамсы ла ялғанлыҡ һиҙелмәй. Ихлас әйтәләр.
Ҡотланыҡ. Алдағы көндәрҙә лә эшегеҙгә шатланып йүгереп килеп, унан юғары күңел менән йортҡа ашҡынып ҡайтып йәшәргә-эшләргә яҙһын, ҡыҙҙар. Эшегеҙ төрлө яҡлы булған кеүек, тормошоғоҙ ҙа төрлө-төрлө сағыу төҫлө булһын. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас