- Бынан нисек итеп шыуайым икән?
Күмертауҙа Яңы йылға тип яһалған шыуыу тауҙары янына кем килә, уның тәүге һорауы ошолай булыр. Тәпәштәр. Элек ни тиклем бейегерәк, шул тиклем яҡшыраҡ тип эшләһәләр (елгәндә үҙеңде бобслей ярышында кеүек хис итерлек), хәҙер, киреһенсә, ни тиклем тәпәшерәк, шул тиклем һәйбәтерәк принцибы менән яһала.
Башҡаса юлы юҡ - ҡағиҙәләр шулай. Әгәр ҙә мәгәр, ҡар тауының бейеклеге 40 см-ҙан арта икән, уға махсус рөхсәт алырға кәрәк, Ә тауҙарҙы һатып алырға кәрәк, аҙаҡ ул Ростехнадзорҙа теркәлергә тейеш. Мәшәҡәте күп.
...Бер йылы Күмертауҙа батут һымаҡ өрөп тултыра торған тау ҡуйғандарына, эсте тырнап, көлгәйнек. Әле, барыһына ҡарап, көлкө килмәй.