+33 °С
Ясно


Шыршыны теге саҡ уҡ ҡуйҙылар, тик бер шыршы менән генә байрам буламы ни, кисә быуала боҙ ҡырҡтылар, һәм, бына, оҫталар эшкә кереште. Тиҙҙән был килбәтһеҙ боҙҙарҙан матур-матур фигуралар барлыҡҡа килер, уттар яныр, "Йәшлек" мәҙәниәт һарайы тирәһен, бөтөн ауылды күмеп, күңелле йырҙар яңғырар. Һәм беҙ уйларбыҙ: был донъяла йәшәүе барыбер шәп - тормош дауам итә.