Байрам уңайынан
21 Декабрь 2022, 07:11

Ҡыйбат бүләк

- Подземгаздыҡы шәберәк ине.

Ҡыйбат бүләкҠыйбат бүләк
Ҡыйбат бүләк
Бүләктәрҙе асып ҡарағас, бер әсә шулай тине (ҡайҙалыр фотоларын ҡуйғандар ҙа, шуны күргән икән). Әммә тауышында үпкә, көнләшеү һымаҡ ауаздар һиҙелмәне, шәберәк икән, шәберәк, нимәһенә аптырарға, кемдең ҡулында, шуның ауыҙында. Газпромға етеп булмаҫ. Ә бит беҙҙең бүләктәр ҙә бик насар түгел, тәмле-тәмле кәнфиттәрҙе өйгәндәр генә. Кисә кис Өфөнән алып ҡайттылар уларҙы - беҙҙең етәкселек, шулайтып, балаларыбыҙҙы хәстәрләгән, Яңы йылға бүләктәр төйнәп ебәргән. Етәү. Балалар ҙа байтаҡ икән беҙҙә. Тылсымлы һан. 
Рәхмәт, байрамдарҙа ла, ҡәҙимге көндәрҙә лә балаларҙы ҡыуандырып торорға яҙһын. Уларҙы иң ҡыйбат бүләктән  - ата-әсә наҙынан мәхрүм итмәһен. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас