

- 2022-се йыл минең өсөн уңышлы булды тип иҫәпләйем. Оҙайлы декрет ялынан һуң яратҡан эш урыныма сыҡтым, “Башҡортостан Юлдаш телеканалы”нда яңылыҡтар хеҙмәтендә хәбәрсе, “Интервью” програмаһында алып барыусы булып эшләйем. Эшемде яратам, сөнки ул көн һайын яңы кешеләр менән аралашырға, республикала уҙған сағыу ваҡиғалар уртаһында ҡайнарға мөмкинлек бирә. Шәхси тормошта ла ҡыуаныслы ваҡиғаларға бай йыл булды. Өлкән ҡыҙыбыҙ Алтынай Ф.Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһына беренсе синыфҡа уҡырға барҙы. Бәләкәйе Айгизә балалар баҡсаһына төштө. Яңы йылды яңы фатирҙа ҡаршыланыҡ. Киләһе йыл да уңыштары, күңелле ваҡиғалары менән ҡыуандырһын, тип теләйем . Яҡташтарҙы яҡынлашып килгән яңы 2023 йыл менән ҡотлайым!) Ҡуян йылы мул һәм бәрәкәтле килһен, илебеҙгә тыныслыҡ килтерһен. Барыһына ла ныҡлы һаулыҡ теләйем! Һәр тыуған көнгә ҡыуанып, рәхмәтле булып йәшәйек! Яҡындарыбыҙ сәләмәт, эштәребеҙ уң, күңелдәр күтәренке булһын!