

- Хөрмәтле яҡташтарым! Һеҙҙе барығыҙҙы ла яңы йыл байрамдары менән ысын күңелдән ҡотлайым! Яңы йыл, бәхеттең иҫкеhе лә ярай, иң мөһиме яңы ҡайғылар килтермәһен. Күктәребеҙ тыныс булһын.
Уҙған йылға килгәндә, ғүмер бик тиҙ үтә икән, айырыуса бала тыуғас, ҡыҙыбыҙға бер йәш тә тулды быйыл. Динәбеҙ ҡалдырып йөрөрлөк булғас, быйыл Гөлназ менән гастролдәргә сыҡтыҡ, беҙҙе хөрмәт итеп, концерттарға йөрөгән тамашасыларыбыҙҙы ла байрам менән ҡотлайбыҙ, уларға рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.