Байрам уңайынан
4 Января 2023, 06:51

Йыл уңышлы булды

Рәсил СЫНБУЛАТОВ, Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры артисы:

Йыл уңышлы булдыЙыл уңышлы булды
Йыл уңышлы булды

- 2022 йыл минең өсөн уңышлы килде, театрҙа эшләүемә 15 йыл тулды, быйылғы йылда ла матур-матур ролдәр сығарҙым, Аллаға шөкөр. Шәхси тормошома килгәндә, был яҡлап та уңдыҡ, өс бүлмәле фатир һатып алдыҡ. Тағы ла шуныһы ҡыуаныслы, тыуған ауылым Яҡшымбәт өсөн уҙып барған йыл ҙур шатлыҡтар килтерҙе, улар ҙур тырышлыҡтар менән Айыҡ ауыл конкурсында еңеү яуланы, шулай уҡ мәҙәниәт йорто ҙур ғына сумма грант отто, әлеге көндә, шул грантҡа ярашлы, "Айһылыуҙың айлы кистәре" спектаклен сәхнәләштереүҙә ҡатнашып йөрөйөм, Алла бирһә, апрелдә премьераһы сығыр.
Бөгөнгө көндә донъяларҙың имен тормауы ғына күңелде ҡыра, көн дә йөрәк шуны уйлап яна, шуға күрә Яңы йылға бер теләк: илдәребеҙ тынысланһын. Көйөргәҙеләргә күп, ялҡынлы сәләм, барығыҙҙы ла етеп килгән байрамдар менән ҡотлайым, иҫәнлек-һаулыҡ теләйем, ауырымағыҙ, насарлыҡтар беҙҙе урап үтһендәр.

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас