

- Ҡуяндың наҙлы, этлекһеҙ йәнлек икәнлеге барыбыҙға ла мәғлүм. Ул - йомшаҡ йәнлектәрҙең береһе.
Яңы йылды мин Өфө ҡалаһында күптәнге дуҫтарым менән ҡаршы алдым. Сәғәт төнгө 12-нән һуң Ҡунаҡһарай эргәһендә “Терра Башкирия” проекты сиктәрендә уҙғарылған сағыу, эстәлекле һәм рухлы башҡорт эстрадаһының артистары ҡатнашлығында ҙур концерт ҡараныҡ. Унда Республика Башлығы Радий Хәбировтың һәм министрҙарҙың да ҡатнашыуын күреп йыуандыҡ.
2023 йылға ышаныстарым бик ҙур. Ҡуян йылында, астрологтар белдереүенсә, беҙҙең тормошта күптән көткән тыныслыҡ киләсәк.
Рөстәм Сәлим улының Яңы йылды нисек, кем менән ҡаршылағаны бөгөн гәзиттә тулы килеш баҫылды.