Кемдер, әлбиттә, Көйөргәҙе районында, Ермолайҙыҡы тип әйтер, үҙеңдеке үҙеңә яҡын, етмәһә, ул - тере шыршы, еҫе бар, ылыҫы бар....
Кинйәабыҙ ауылында бына ошондай шыршы балҡып тора. Бәләкәй генә ауылды тулыһынса яҡтылыҡҡа күмә, бағана уттары ла кәрәкмәй.
Кемдер хатта, космостан да күренеп тора ул, тип ебәрҙе, ышанабыҙ, район буйынса Айыҡ ауылда еңгән ауылды бар йыһан күрергә, белергә тейеш.
....Уттарығыҙ, йылдың ниндәй миҙгеле булыуына ҡарамаҫтан, бер ҡасан да һүнмәһен, кинйәләр. Донъяны яҡтыртып, оҙаҡ итеп йәшәргә яҙһын!