Йылына әллә нисә ул хәҙер (Рәсәй, Башҡортостан, дәртенә сыҙамағандар СССР-ҙыҡын да билдәләп ташлай), шуғалырмы, ҡәҙере әллә ни юҡ һымаҡ. Байрамдар ҙа кейем һымаҡ - күп булған һайын уның ҡәҙере лә әллә ни түгел.
Шулай ҙа, байрам - байрам, байтаҡ кеше, шылтыратып, ҡотланы, кемеһелер интернетта сыймаҡланы, бәғзеләре ҡулды ҡыҫты. Рәхмәт.
Бер уҡыусыбыҙ роллы ебәргән. Диңгеҙ аръяғы ашы башҡа ваҡыт бик үтемле була торғайны, әле.... Аштың тәме бөткән заман, ысынында. Байтаҡтан инде шулай, бер йылға яҡын. Рәхәтләнеп китеп, бар донъяны онотоп, һуңғы көн йәшәгәндәй, байрам иткән саҡтар ҙа онотолоп бара. Бөгөн бигерәк тә: Бабайыбыҙҙы оҙатабыҙ. Йырлашып ултырыр мәл түгел.
Ыҡсым ғына, ҡорораҡ табын булды. Уҡыусыбыҙға бындай күстәнәсе өсөн оло рәхмәт, бындай хөрмәттән әллә кем булдыҡ, дөрөҫ әйткәндә.
Аштың тәме, миҙгел йәмдәре бер саҡ кире ҡайтыр. Өмөт ҙур. Ошо өмөттө йөкмәп, иртәгәгә табан китеп барыш.