Все новости
Байрам уңайынан
25 Января 2023, 08:50

Илдәребеҙ тыныс булһын

Айзилә БУРАНОВА, Иҫке Мораптал ауылы:

Илдәребеҙ тыныс булһын
Илдәребеҙ тыныс булһын

- Һәр кешенең дә студент тормошо була. Был тормоштағы сағыу, онотолмаҫлыҡ һәм ҡабатланмаҫлыҡ бер генә мәл. Шуға ла студент тормошоноң ҡәҙерен белеп йәшәр кәрәк.
Мин М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыйым. Уҡытыусы булыу минең хыялым. Уҡыу менән генә сикләнмәйем, ә бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнашырға тырышам. Университетыбыҙҙа үткән матурлыҡ бәйгеһендә лә ҡатнашып Гран-при яуланым. Был еңеүем мине тағы ла ҡанатландырып ебәргәндәй булды.
Киләсәктә илдәребеҙ тыныс булып, йәшәтребеҙ сәскә атып, республикабыҙ һәм илебеҙ өсөн кәрәкле кешеләр булырға яҙһын.

Студенттар көнөнә арналған материалдар йома көнө гәзиттә баҫылды. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: