Все новости
Байрам уңайынан
25 Января , 08:48

Төплө белем биргәндәр

Илүзә НИҒМӘТУЛЛИНА, Абдул ауылы: 

Төплө белем биргәндәр
Төплө белем биргәндәр

- 2022 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетын ҡыҙыл дипломға тамамланым. Әлеге ваҡытта халыҡ-ара университетының магистратураһында уҡыйым. Уҡыуҙан тыш алдағы алған һөнәрем буйынса (информатика уҡытыусыһы) Өфө ҡалаһының 160-сы лицейында эшләп тә йөрөйөм.
Беренсе хәрефтәрҙе танып уҡырға, яҙырға өйрәтеүсе, уҡыу-белем баҫҡысына беренсе булып баҫтырыусы тәүге уҡытыусым Зөһрә Рауил ҡыҙы Сәйфүтдиноваға, шулай уҡ Абдул мәктәбендә бар тырышлыҡтарын һалып эшләүсе, белем биреүсе уҡытыусыларыма ҙур рәхмәт әйтке килә. Уларҙың миңә төплө белем биргәндәренә инандым.

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас в