Все новости
Байрам уңайынан
15 Февраля 2023, 16:39

Батырлыҡ дәресе

15 февраль совет яугирҙәрен Афғанстан республикаһынан сығарыуға 34 йыл тулыуға арналған "Афған юлдары буйлап" исемле 5Б шаймуратовсылар класында, яугир - интернационалистар ҡатнашыуында батырлыҡ дәресе үтте.

Батырлыҡ дәресе
Батырлыҡ дәресе

БРГИ-ның Шайморатовсылар класы, Афғанстандағы хәрби хеҙмәттә һалдат бурысын үтәгән яугир - интернационалистар Р. Р. Вәлимөхәмәтов, С. Т. Киленбаев, Ә. Р., Чечня һуғышында булған яугир - ветеран Мөрсәлимовтарҙы саҡырып, батырлыҡ дәресе үткәрҙе. Сара барышында афған, чечня һуғыштары тураһында документаль фильм күрһәтелде, уҡыусылар күңелдәрҙе тетрәндерерлек итеп шиғырҙар һөйләнеләр, йырҙар йырланылар. Килгән ҡунаҡтар һуғыштың бөтә ауырлыҡтары, ғазаптары тураһында бәйән иттеләр. Ә.Р. Мөрсәлимов 3- сө БРГИ - ның музейына иҫтәлеккә гранотомёт РПГ - 18 бүләк итте.
Дәрес аҙағында уҡыусылар иҫтәлеккә үҙ ҡулдары менән эшләгән бүләктәр тапшырҙы. Сара барыһына ла бик оҡшаны.

 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: