Башҡа ваҡыттағы һымаҡ, йөҙҙәре ҡырыҫ түгел. Йылмаялар хатта. Ирҙәргә түгел, ҡыҙҙарға.
Һәр йылдағыса, Күмертау гаишниктары быйыл да матур йоланы боҙманы: руль артында китеп барған ҡатын-ҡыҙға сәскәләр өләште.
Матур сәскәләр, яҙ, ирҙәр иғтибары, байрам. Ҡатын-ҡыҙға тағы нимә кәрәк? Күңел тыныслығы, әсә бәхете кәрәк. Байрам алдынан, инспекторҙарға ҡушылып, беҙ шуны теләйбеҙ.