Все новости
Байрам уңайынан
8 Марта 2023, 08:56

Һәр кемгә тәтемәй

Ҡыҙҙар өсөн иң һәйбәт бүләк нимә?

Һәр кемгә тәтемәй
Һәр кемгә тәтемәй

Һәр кем үҙенсә әйтер. Илкәнәй егеттәренең дә үҙ фекере бар. Иң шәп бүләк - йыр тиерҙәр.
Кисә улар ауыл ҡыҙҙарын бик шәп ҡотлаған: концерт ҡуйған. Илкәнәй ауылы гүзәл заттары бындай бүләктән һуштары киткән, рәхмәт әйтеп бөтә алмаған.

Йондоҙҙар күп, бик күп һанаһаң,
Матурҙар күп, бик күп һайлаһаң,
Һинең гүзәллеккә күҙ тейәр,
Йөҙҙәреңә тултырып ҡараһам.
Һәр бер ҡатын был йырҙы тик үҙенә бағышланған тип уйлаған, үҙҙәрен донъялағы иң бәхетле итеп тойған, шулай булмай, күҙ тейәр гүзәл ҡыҙ булыу һәр кемгә тәтемәй. 
Автор:
Читайте нас: