Все новости
Байрам уңайынан
8 Марта 2023, 09:42

ӘСӘ ЙӨРӘГЕ

Рима ИБРАҺИМОВА, Ҡотлоюл ауылы. 

ӘСӘ ЙӨРӘГЕ
ӘСӘ ЙӨРӘГЕ

Рәхмәтлемен ғүмер биргәнеңә,
Рәхмәт һиңә, ғәзиз Әсәйем.
Һинең йәшәлмәгән ғүмереңде
Дауам итеп үҙем йәшәйем.

Тыныс таңдар атһа-рәхмәт әйтәм.
Күктә йәйғор ҡалҡһа- ҡыуанам.
Төн йөҙөндә яңы йондоҙ тапһам,
Һин дә күрәлер тип, йыуанам.

Йәшләй генә киттең донъяларҙан
Бер рәхәтен күреп туймайса.
Бер балаңдың балаларын һөйөп,
Балдан татлылығын тоймайса...

Рәхмәт, Әсәй, тел асҡысы бирҙең.
Моң һалғанһың минең күңелгә.
Һыуһындарың ҡанһын, әгәр йырым
Ямғыр булып ергә түгелһә.

Һин һаман да мине ҡурсалайһың.
Шәфҡәт ҡанатыңды кирәһең.
Минең тормошома ҡеүәт биреп
Йәнәшәмдә тибә йөрәгең.
Автор:
Читайте нас: