Все новости
Байрам уңайынан
21 Марта 2023, 10:31

Ҡыуанып ижад итәбеҙ

Республика политехник лицей-интернатында " Ҡаурый ҡәләм " түңәрәгенең Халыҡ-ара Шиғриәт көнөнә арналған сараһы үтте.

Ҡыуанып ижад итәбеҙ
Ҡыуанып ижад итәбеҙ

Был сараға түңәрәк ағзалары бик етди,тулҡынланып әҙерләнделәр. Үҙҙәрәнең башланғыс ижади емештәре менән уртаҡлаштылар. Сараға ҡала һәм район яҙыусылар ойошмаһының башҡорт бүлеге ағзалары шағирә Рима Ибраһимова (Ҡотлоюл ауылынан), балалар яҙыусыһы (Азат Хәлилов) саҡырылды. Шулай уҡ башлап шиғырҙар ижад итеүсе, тарих уҡытыусыһы Фәнис Сабирйән улы ла үҙенең яңы ижад ителгән шиғырҙарын түңәрәк ағзаларына уҡып ишеттерҙе.
Тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Эльвира Рәмил ҡыҙы ла ижад һөйөүсө балаларға ижад илендә тоғро ҡалып,артабан да күберәк ижад итергә, үҫешергә тигән, төплө фекерен әйтте.
Рима Шәрифулла ҡыҙы, Азат Насретдин улы, Фәнис Сабирйән улы үҙҙәренең ижади яҡтан кәңәштәрен,матур теләктәрен "Ҡаурый ҡәләм" түңәрәгенә еткерҙеләр.
Киләсәгебеҙгә өмөт бағырлыҡ, күҙ терәп тороусы йәштрәбеҙ булғанда, ҡыуанып ижад итеп йәшәргә ҡала.

Искәндәрова Гөлназ,түңәрәк етәксеһе.

Автор:
Читайте нас: