Все новости

Бәхетле булһын һәр бала

Бөгөн Яҡут ауылының "Йәшлек" паркы балаларҙың шат тауыштары менән гөрләп торҙо, сөнки бында Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған ҙур сара үткәрелде

Бәхетле булһын һәр бала
Бәхетле булһын һәр бала

Байрам төрлө уйындар, концерт номерҙары, ҡыҙыҡлы һорауҙар, ярыштар менән аралашып барҙы. "Нурлы-йырлы бала саҡ!" исемле байрам сараһын, мәҙәниәт йорто, китапхана, "Толпар" балалар баҡсаһы, мәктәп менән берлектә ойошторолдо. Күңелле уйындар, команда ярыштары, йомаҡтар сисеүҙә һәр бала үҙенең көсөн һынаны. Шулай уҡ паркта йәйге каникулда уҡыу өсөн китап күргәҙмәһе, йәш һүрәт төшөрөүселәр асфальтҡа һүрәт төшөрөп үҙ һәләттәрен күрһәттеләр, фото төшөү майҙансығы эшләне. Иң ҡыҙыу бәйге әлбиттә йыр- бейеүгә әүәҫ балаларҙын сәхнәлә сығышы булғандыр, байрамға килгән балалар сәхнәлә үҙҙәренең һөнәрҙәрен күһәтеп бүләктәр отто. Бәйгеләрҙә ҡатнашҡан балалар ҙа бүләкһеҙ һәм тәмлекәсһеҙ ҡалманы, ә бүләктәр менән ҡыуандырыусылар улар байрамды ойоштороүсылар, Рәүеф Әбйәлилов, Таңһылыу Исламғолова, Рәсимә Ялсыҡаева һәм Айгөл Галееваларға оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ, Шулай уҡ үҙенең тәмле һуттарын, ризыҡтары менән балаларҙы шатландырған "Батыр" кафеһы хужаларына рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ!
Шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулы бала саҡтан да гүзәл мәл юҡ. Ер йөҙөндәге һәр бала бәхетле булһын!
Ҡәҙерле балалар! Һеҙҙе барығыҙҙы ла Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Һәр көнөгөҙ бәхеткә тулы булһын! Бәхет, сәләмәтлек, именлек, тик уңыштар ғына теләбеҙ!

https://vk.com/club141177366

Автор:
Читайте нас: