Все новости
Байрам уңайынан
1 Октября , 19:45

Байрамдар ҙа булыр, табындар ҙа тулыр

Байрам, байрам тиҙәр, әммә һәр оло быуын кешеһе байрам итергә ашыҡманы бөгөн Яҡутта, иң элек илебеҙ һағында торған махсус хәрби операциялағы ир-егеттәребеҙгә сираттағы гуманитар ярҙам әҙерләнек

Байрамдар ҙа булыр, табындар ҙа тулыр
Байрамдар ҙа булыр, табындар ҙа тулыр

Яҡут ауылы үҙ теләге менән, кем аҡсалата, кем әйберләтә ярҙам ҡулын һуҙҙы. барлығы утыҙ меңдән ашыу аҡса йыйылды. Яҡташтарыбыҙ һорауы буйынса көндә кәрәкле әйберҙәр, аҙыҡ-түлек менән бер рәттән, йылы кейемдәр һәм дарыуҙар алынды. Иң мөһиме ауыл инәй- апайҙарынан ауыл күстәнәсе бауырһаҡ, райондашыбыҙ "Грюза"быҙҙың теләге буйынса иң изге теләктәребеҙзе, күңел йылыбыҙҙы һәр бауырһаҡҡа ҡушып бешерҙек. Һалдаттарыбыҙға имен һау барып етеп, тыуған яҡ сәләмен еткерһен, күстәнәстәр көс-дәрт өҫтәһен ине! Ололарыбыҙ изге доғаларын уҡып, уҡыусы балаларыбыҙ хаттар яҙып, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеусе балаларҙа ситтә ҡалманы, улар еңеү теләп һүрәттәр төшөрөп һалдылар. Байрамдар ҙа булыр, табындар ҙа тулыр, тик Илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ ҡына ҡайтһын!

Автор:
Читайте нас: