Все новости
Байрам уңайынан
24 Ноября , 15:09

Концерт шәп булды

Абдул ауылында мәҙәниәт йорто һәр ваҡыт гөрләп тора

Концерт шәп булды
Концерт шәп булды

Клуб мөдире булып эшләгән Юлиә Юнир ҡыҙы ҡалаға күсеп киткәс ауыл халҡы бер аҙ төшөнкөлөккә бирелде. Нисек инде? Нишләйбеҙ артабан? Юлиә бит бөтә сараларҙы ойоштороп, йәштәрҙе лә ололарҙы ла йәлеп итеп торған шәп етәксе ине!? Аллаға шөкөр, ауылыбыҙҙа бар әле ул ундайҙар. Альфина Равиловна һәм Линера Ибатовнаға йөкмәтелде был еңел булмаған эш. Икеһе лә уҡытыусылар. Ә уҡытыусының хәҙерге заманда буш ваҡыты бар микән? Шулай ҙа улар был эште дауам итеп мәҙәниәт усағына ут өҫтәп торалар.Әле бына әсәйҙәр көнөнә бай йөкмәткеле концерт әҙерләп ҡуйҙылар. Уҡытыусылар коллективы һәм ауылдың һәүәҫкәр артистары тарафынан әҙерләнгән концерт бик матур үтте. Артабанда эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!
Суфия Тарзиманова, Абдул ауылы

Автор:
Читайте нас: