Бөтә яңылыҡтар
Байрам уңайынан
31 Декабрь 2024, 18:29

Бәхет, уңыш һәм шатлыҡ килтерһен

Рәзилә ҒӘББӘСОВА, Күмертау ҡалаһы (1989 йылғы):

Бәхет, уңыш һәм шатлыҡ килтерһен
Бәхет, уңыш һәм шатлыҡ килтерһен

- Үткән йылға йомғаҡ яһап, Яңы йылды ҡаршылау мәле бигерәк тулҡынландырғыс. Бала саҡтан алып Яңы йыл төнөндә ниндәйҙер мөғжизә көтөү әле һаман бар. Был Йылан йылы минең йыл булараҡ, уңышлы үтер тип өмөтләнәм. Үткән йылға ла рәхмәттәр әйтеп хушлашам, сөнки яҡындарым янымда, барыһы ла иҫән-һау. Шунан да ҙурыраҡ бәхет юҡ был донъяла.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләгәс, сәләмәтлектең ҡәҙерен бик яҡшы аңлайым. Уны аҡсаға һатып алып, урлап алып та булмай. Сәләмәтлегең ҡаҡшаһа, тормош матурлығын да, ғаилә бәхетен дә күрмәйәсәкһең, эшеңдә уңыштар тураһында ла уйлап бирмәйәсәкһең. Шуға күрә һаулыҡ – ул матурлыҡ һәм көс икәнен аңлап, уны һәр бер кеше мөмкин тиклем һаҡларға тейеш.
Киләһе йыл барыһына ла бәхет, уңыш һәм шатлыҡ килтерһен. Туғандарығыҙҙы һәм яҡындарығыҙҙы иғтибарығыҙ менән уратып, татыу йәшәргә булһын. Шулай уҡ тормошоғоҙ мажаралар, асыштар һәм ҡаҙаныштар менән тулы булһын. Ышаныслы алға барығыҙ, үҙегеҙҙең маҡсатығыҙға ирешегеҙ һәм барыһы ла килеп сығыр!

Автор:
Читайте нас: