Бөтә яңылыҡтар
Байрам уңайынан
31 Декабрь 2024, 18:35

Бер-беребеҙҙе һаҡлап, ихтирам итеп, яратып йәшәйек

Розалина ИБРАҺИМОВА, Өфө ҡалаһы (2001 йылғы):

Бер-беребеҙҙе һаҡлап, ихтирам итеп, яратып йәшәйек
Бер-беребеҙҙе һаҡлап, ихтирам итеп, яратып йәшәйек

- 2025 йылды үҙемдең ғаиләм менән ҡаршы алырға уйлайым. Сөнки Яңы йыл байрамы ғаилә менән үткәрә торған байрамдарҙың береһе булып тора. Шуға күрә үҙемдең яратҡандарым атә-әсәйем, туғандарым менән буласаҡмын. Өмөттәр ҡуймайым, Аллаһы Тәғәлә тормош юлымда ниндәй һынауҙар бирә, мин уларҙы лайыҡлы үтергә тырышырмын. Пландарым ҙур - профелсиональ яҡтан үҫешергә, шулай уҡ эске донъям да үҫешһен өсөн күп эштәр башҡарырға тырышасаҡмын. Әлеге ваҡытта этно биҙәүестәр магазинын асырға уйлайым. Тап ошо эшемде үҫтереп, ҙурайтып ебәреү ниәте менән янам.
Яңы йылда барыһына ла ныҡлы һаулыҡ теләйем. Бер-беребеҙҙе һаҡлап, ихтирам итеп, яратып, тыныслыҡта йәшәргә яҙһын.

Автор:
Читайте нас: