Яңы йылда яңы уңыштар, яңы үрҙәр яуларға булһын һеҙгә! Беҙҙең Түбәнге Баба ауылында балалар өсөн бик матур "Яңы йыл сәғәте" исемле уйын-квест ойошторолдо.Яңы йыл сәғәтендә һандар булмаған икән. Шуға Ҡыш бабайыбыҙ: "Һеҙгә килмәйем быйыл, сәғәтегеҙҙә һандар юҡ, ваҡытты белеп булмай"- тип ҡурҡытты. Шуға күрә төрлө һынауҙар үтеп, ҡатмарлы мәсьәләләр сисеп, һандарҙы табып, сәғәткә ҡуйырға тура килде. Сәғәттең 12 цифры ла ҡуйылғас, Ҡыш бабайыбыҙ килеп етте. Балаларҙың тырышлығын хуплап, бөтәһенә лә бүләктәр тапшырҙы. Хатта шиғыр һөйләгән иң кескәйҙәр ҙә бүләкһеҙ ҡалманы. Балаларҙың күңеле булһын, тип, лотерея ла ойошторҙоҡ. Йыл да лотереяла ҡатнашҡан ата-әсәләргә, олатай-өләсәйҙәргә ҙур рәхмәтемде белдерәм. Кисәне ҡарарға ла клуб тултырып килделәр! Дәртле, берҙәм ул беҙҙең ауыл халҡы, гел шулай әүҙем булып ҡалығыҙ! (30 декабрҙә булды.)
Земфира Вәлиева, Түбәнге Баба ауылы.