Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан “Йәшлек” мәҙәниәт йортонда тағы бер сара үтте. Унда Махсус хәрби операцияла һәләк булған егеттәребеҙҙең әсәләре саҡырылды. Ғәзиз улдарын юғалтҡан әсәләрҙең йөрәген бер ниндәй һүҙ менән дә йыуатып булмай... Шулай ҙа, бөгөн, улар адресына ҡотлау һүҙҙәре, ә иң мөһиме батыр ир-егеттәр үҫтергәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Сабырлыҡтар һеҙгә, ғәзиз әсәләр...
Ә ҡалғандарға бала ҡайғылары кисерергә яҙмаһын, донъяларыбыҙ тиҙерәк тынысланһын, тип теләйбеҙ.