- Эй, шәпһегеҙ ҙә инде, юшатырҙар, әле бүләгемде ҡулыма алып, ҡайтып та етеп өлгөрмәнем, статья яҙып та сығарғанһығыҙ, рәхмәт инде. Унан китте ҡотлауҙар теҙелеп, саҡ барыһына рәхмәттәр яҙып өлгөрҙөм. Тәьҫораттарым әйтеп бөтөрөрлөк түгел, минең өсөн шул тиклем ҡыуаныслы ваҡиға булды, ҙур баһа. Район хакимиәте башлығы Юлай Талха улына, Әхәт Әхтәм улына, Гөлзада Илһам ҡыҙына, Ильяс Искәндәр улына эшемде күрә белеүҙәре, лайыҡлы баһалауҙары өсөн оло рәхмәттәремде еткерәм.
Филүзә Вәлидованың рәхмәттәре, тәьҫораттары тулыһынса уҙған һанда баҫылды.