Мораптал биләмһенең Яҡут ауылы стростаһы Ринат Ҡәҙерғолов Үҙидара көнөнә арналып, беҙҙе гәзиттең социаль селтәрендә иғлан ителгән конкурсында икенсе урынға сыҡты. Ауылдаштары Ринат өсөн өҙөлөп торалар, хатта: "Ниңә беҙҙең старостабыҙ конкурсығыҙҙа юҡ ул, өҫтәгеҙ әле уны ла, зинһар", - тип тә яҙып ебәрҙеләр. Өҫтәп ҡуйыу менән яҡуттар дәррәү тауыш биреүҙе башланы ла.
Бер ниндәй түләү ҙә ҡаралмаған староста вазифаһын тыуған ауылы йәшәйешенә битараф булмаған, үҙенең шәхси ваҡытын йәлләмгән кеше генә башҡара ала. Ринат Ҡәҙерғолов тап шундайҙарҙан. Ул үҙ ауылы өсөн янып йөрөгән егет. Ауылдаштары уны, бер тауыштан, дүрт йыл элек староста итеп һайлаған һәм бер ҙә үкенгәндәре юҡ. Үҙенең эше лә еңелдәрҙән түгел, Мораптал тиемр юл станцияһында эшләй. Шуға ҡарамаҫтан ауылы, ауылдаштары мәнфәғәтен ҡайғырта ул.
- Һәр ауылдың бәләкәйме ул, әллә ҙурмы төрлө мәсьәләләре, эреле-ваҡлы мәшәҡәттәре бар. Беҙҙә лә шулайыраҡ. Күңелде ҡырған беренсе проблема – юл. Ҡышын беҙҙең юлдар таҙа, ҡарҙан таҙартылып тора, ә йәйҙәрен соҡор-саҡыр борсой. Асфальт иҫке, шул юлдарҙан йөрөү бәкәлгә һуға. Етмәһә, беҙҙә курорт зонаһы, аҙыраҡ булһа ла юлдарға ремонт яһаһалар булыр ине бит. Икенсе мәсьәлә – күпер. Яҙын һыу ташҡанда юлдан өҙөләбеҙ. Ауылыбыҙ өсөн был ҙур проблема булып тора. Бер һүҙ менән әйткәндә, проблемалар етәрлек. Хәҙер йәй башланһа, һыу мәсьәләһе лә килеп сығасаҡ. Аҫҡы урамда йәшәүселәр баҡсаға һыу һибә башлаһа, өҫкө урамдағыларға һыу етмәйәсәк. Шундай мәшәҡәттәр байтаҡ.
Был конкурста еңеүем менән ауылдаштарыма, дуҫтарыма, туғандарыма рәхмәтлемен. Берҙәмлекте күреп, тойоп ныҡ ҡыуандым. Киләсәктә лә бегә һәм берҙәм булайыҡ. “Юшатыр”ҙар, һеҙгә ҙур рәхмәт. Ҡыҙыҡлы конкурстар үткәреп тораһығыҙ. Мине лә бүләгегеҙ менән ҡыуандырҙығыҙ. Эшегеҙҙә уңыштар теләйем, - ти Яҡут ауылы старостаһы Ринат Ҡәҙерғолов.