Бөтә яңылыҡтар
Байрам уңайынан
22 Апрель , 12:32

Тормош юлың балҡып торһон

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ - Рузалия Әхмәҙи ҡыҙы АЙҘАРОВАны ихлас күңелдән - 55 йәшлек куркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Тормош юлың балҡып торһон
Тормош юлың балҡып торһон

Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ шул тиклем изге йәнле, сабыр холҡло, олоһона ла, кесеһенә лә ихтирамлы, иғтибарлы, ярҙамсыл һәм туған йәнле кеше. Яҡындары өсөн өҙөлөп торған, яҡты йөҙлө, изге күңелле, һәр яҡлап та уңған ҡәҙерлебеҙҙе ғүмер байрамы менән ҡотлап, барыһы өсөн дә рәхмәттәр әйтәбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә имән ағасындай ныҡлы һаулыҡ, Ағиҙел йылғаһындай оҙон ғүмер, ғаилә бәхете, балалар шатлығын тойоп, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын. Яратып, намыҫ менән башҡарған, еңел булмаған эшеңдә лә ҙур уңыштарға ҡаҙаныуыңды теләйбеҙ!
Ер йөҙөнең бөтә матурлығын
Килә hиңә буләк итәhе.
Донъялағы матур hүҙҙәрҙең дә
Иң йылыhын килә әйтәhе.
Тормош юлың балҡып торһон,
Яғымлы, шат булһын күңелең.
Оҙон гүмер, бәхет-шатлыҡ менән
Бер кайғыһыҙ үтһен ғүмерең.
Ҡотлау менән әсәйең Гөлъямал, Бикмаевтар, Мәксүтовтар, Фәтҡуллиндар ғаиләләре.

Автор:
Читайте нас: