Күрше хаҡы – тәңре хаҡы, тип белмәй әйтмәгәндәр, йорт һалыр йәки алыр булһаң, иң тәүҙә кем күрше булырын белеш, тип тә әйткәндәр. Был йәһәттән йомағужаларға ҡайғыраһы түгел – бындағы күрше-күлән дуҫ һәм татыу йәшәй. Ошоно иҫбатлап Мәүсилә Исмәғилова Күршеләр көнөнә арналған байрам ойошторҙо.
Йомағужа ауылының Тыныслыҡ һәм Йәштәр урамдарында йәшәүселәр һый-ниғмәттәрҙән бына тигән өҫтәлдәр әҙерләгән. Улар араһында 60 йыл бергә татыу ғүмер иткән Зәки менән Зөлфирә Әмировтар, ауыл аҡһаҡалдары ла бар. Был көндө олоһо ла, кесеһе лә байрам итте. Балалар рәхәтләнеп велосипед уҙышында ярышты, йырланы, бейене. Изге Рамаҙан айында мәрхүмдәрҙе иҫкә алдылар, уларҙың рухына хәйер тараттылар. Йомағужаларҙы Күршеләр көнө менән ҡотларға Илкәнәй ауыл хакимиәте башлығы Тимур Нәсибулла улы Иҙрисов та килде. Байрам ике урамды берләштергән, яҡынлаштырған күңелле бейеүҙәр менән тамамланды. Гармунсы Рәмзит Ҡолоев барыһын да күңелдәре булғансы бейетте. Йомағужалар Күршеләр көнөнән бик ҡәнәғәт ҡалды һәм Мәүсилә Исмәғиловаға рәхмәт әйтте.