Все новости
Байрамдар
29 Мая 2018, 12:19

ҺЕҘ БУЛҒАНҒА, БЕҘГӘ ТЫНЫС

Ғәҙәти бер ял көнөндә хәрби кейемдәрҙәге ауылыбыҙҙың был шәп егеттәрен Таймаҫ урамдарында күреү бигерәк күңелле ине. Улар ҙур ғорурлыҡ менән ҡулдарына Пограничниктарҙың байраҡтарын тотоп алып, урамдағы бөтә кеше менән дә матур итеп иҫәнләшеп үтеп китәләр.

Егеттәр шулай итеп үҙҙәренең байрамдары — Пограничниктар көнө алдынан сик илен һаҡлаған һалдаттарҙың барыһының да йортона барып ҡотлап сыҡтылар. Бер кемде лә, шулай уҡ Р. Солтангәрәев исемендәге Яңы Таймаҫ ауылы гимназияһының физкультура уҡытыусыһы Илдар Зәки улы Исҡужинды ла ҡотларға онотманы улар. «Ил сиге йоҙаҡлы» тип яҙылған уларҙың бер байрағында. Эйе, шундай шәп, дәртле егеттәребеҙ — пограничниктарыбыҙ булған саҡта, беҙҙең илдең сиге һәр саҡ бикле буласаҡ. Һеҙ булғанда беҙҙең дә күңелдәр тыныс. Ил сиген һаҡлаусыларҙың барыһын да байрамдары менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Татьяна ИСҠУЖИНА
Таймаҫ ауылы

Читайте нас: