Все новости
Байрамдар
29 Мая 2018, 12:05

ҺӘЙКӘЛ АСЫЛДЫ

Күмертауҙа Ил сиген һаҡлаусы ғәскәрҙәрҙең 100 йыллығына арналған Монумент асылды. Тантаналы сарала ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев, ҡала Советы рәйесе Олег Астахов, ойошма-учреждениелар етәкселәре һәм пограничниктар ҡатнашты.

Күмертауҙа Ил сиген һаҡлаусы ғәскәрҙәрҙең 100 йыллығына арналған Монумент асылды. Тантаналы сарала ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев, ҡала Советы рәйесе Олег Астахов, ойошма-учреждениелар етәкселәре һәм пограничниктар ҡатнашты. Был көндө монументты төҙөүҙә һәм асыуҙа ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр һәм юбилей миҙалдары тапшырылды. Сара һуңында мәрхүм һалдаттарҙы иҫкә алып, бер минут тынлыҡ урынлашты, һәйкәлгә сәскәләр һалынды.
Читайте нас: