Все новости
Байрамдар
1 Июня 2018, 12:21

ЙОМАҒУЖАЛА – «КӘКҮК СӘЙЕ»

Яңыраҡ Йомағужа ауылының Олоһыу йылғаһы яры буйындағы сылтырап аҡҡан «Сөләймән» шишмәһе янында матур йолаға әйләнеп барған «Кәкүк сәйе» байрамы үтте.

Яңыраҡ Йомағужа ауылының Олоһыу йылғаһы яры буйындағы сылтырап аҡҡан «Сөләймән» шишмәһе янында матур йолаға әйләнеп барған «Кәкүк сәйе» байрамы үтте.

Байрамыбыҙ балаларҙың күңелле сығышынан башланды. Ололар геү килеп самауыр ҡайнатты, сәйгә тәмлекәстәр әҙерләне. Уларға «Кәкүк сәйе» йолаһының ҡайҙан килеп сыҡҡанлығы хаҡында һөйләнелде. Байрамға килеүселәр йырҙар йырлап, бейеп, «Аҡ ҡалас», «Һәпәләк», «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Ритайым» уйындарын уйнанылар. Ә байрам һуңында тағы ла бер йоланы тормошҡа ашырҙылар: кәкүк ҡунып саҡырған тирәккә теләктәр теләп ҡыҙыл таҫма таҡтылар. Был йоланан ололар ҙа ситтә ҡалманы. Унан инде башҡорт эсемлеге буҙа, тәмлекәстәр менән кәкүк сәйе эсеп, күңелле итеп бейеп, был байрамды үткәреүселәргә рәхмәттәр әйтеп, байрамдан ҡәнәғәт булып таралыштылар.


Читайте нас: