Все новости
Байрамдар
5 Июня 2018, 12:43

ИҢ ҘУР ӨМӨТӨБӨҘ

1. Кешелектең иң ҙур байлығы, өмөтө — балалар. Иң яҡшы, иң яҡты байрамдарыбыҙҙың береһе булған Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөн бына 70-се тапҡыр ҡаршы алабыҙ. 2. Яҡут балалар баҡсаһында Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә, матур байрам сараһы үткән. 3. Айсыуаҡтарҙың бер генә лә тик торғанын күргән юҡ. Клуб менән китапхана берләшкәндәр ҙә, матур итеп Балаларҙы яҡлау көнөн үткәргәндәр.

Кешелектең иң ҙур байлығы, өмөтө — балалар. Иң яҡшы, иң яҡты байрамдарыбыҙҙың береһе булған Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөн бына 70-се тапҡыр ҡаршы алабыҙ.

Шул уңайҙан Мораптал ауыл биләмәһе мәҙәниәт йорто ҡаршыһында асылған спорт стадионында «Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух» тигән байрам сараһы үтте. Уны Баязит Бикбай исемендәге мәктәп ҡаршыһында, йәйге лагерҙә, тәрбиәселәр ойошторҙо. Милли йолалар уйындары, көршәк ватыу, тоҡ менән йүгереү, арҡан тартышыу менән бергә төрлө спорт ярыштары үткәрелде. Иҫке Мораптал, Ҡалта, Красный Маяк, Яҡут, Яңы Мораптал ауылдары балалары был көндө рәхәтләнеп ял итте. Иртә таңдан музыка уйнап торҙо. Стадион матур итеп биҙәлде. Уйында ҡатнашҡан балаларҙы тәмлекәстәр менән һыйланыҡ. Байрам дискотека менән тамамланды. Уны үткәреүҙә ярҙам иткән уҡытыусыларға, лагерҙың етәксеһе Венера Сәлим ҡыҙы Кинжалиеваға, физкультура уҡытыусыһы Ислам Илфат улы Ғәлиевҡа, спонсор ярҙамы күрһәтеүсе эшҡыуар Мәрүәр Әхтәм ҡыҙы Сәғәҙиеваға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.

Нәсимә ШӘМСЕТДИНОВА

Яңы Мораптал ауылы


Яҡут балалар баҡсаһында Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә, матур байрам сараһы үткән. Балалар рәхәтләнеп төрлө уйындар уйнап, конкурстарҙа ҡатнашып матур итеп ял иткән. Кескәйҙәргә генә түгел, хатта, ата-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр өсөн дә бик күп ярыштар ойошторолған. «Толпар» балалар баҡсаһы мөдире Рәсимә Ялсыҡаева барыһын да күркәм байрам менән ҡотлаған.


Айсыуаҡтарҙың бер генә лә тик торғанын күргән юҡ. Клуб менән китапхана берләшкәндәр ҙә, матур итеп Балаларҙы яҡлау көнөн үткәргәндәр. Балаларҙа был байрамдан әллә күпме күңелле хистәр ҡалған. Уйындар уйнап, бейеп-йырлап хәл бөткәс, сәй эскәндәр. Үҙҙәренең ваҡыттарын былай күңелле итеп үткәргәндәре өсөн Айсыуаҡ сабыйҙары оло апайҙарына ныҡ рәхмәтле.
Читайте нас: