Все новости
Байрамдар
26 Июня 2018, 12:29

ҺАМАРҘАРҒА ДАН КӘРӘКМӘЙ, ДУҪТАР КӘРӘК, КӘРӘК ТУҒАНДАР

Өфөнән 622 саҡырым юл үтеп, Һамар өлкәһенең Оло Чернигов районы үҙәгенә килеп еткәндә, көн кискә ауышҡайны. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, машинанан төшөп, ярайһы ғына талсыҡҡан билдәрҙе яҙып та өлгөрмәнек, эргәбеҙгә ике заманса сит ил джиптары килеп туҡтаны ла, шат йылмайып Һамар өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Сәфиулла Вилданов һәм өлкә ҡоролтайы ағзаһы Ғәбделбар Сәүгәновтар күренде.

Өфөнән 622 саҡырым юл үтеп, Һамар өлкәһенең Оло Чернигов районы үҙәгенә килеп еткәндә, көн кискә ауышҡайны. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, машинанан төшөп, ярайһы ғына талсыҡҡан билдәрҙе яҙып та өлгөрмәнек, эргәбеҙгә ике заманса сит ил джиптары килеп туҡтаны ла, шат йылмайып Һамар өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Сәфиулла Вилданов һәм өлкә ҡоролтайы ағзаһы Ғәбделбар Сәүгәновтар күренде.

– Беҙ һеҙҙе Оло Черниговҡа боролған юл сатында көтөп торһаҡ, һеҙ ни артығыҙҙан саң туҙҙырып, яныбыҙҙан үттегеҙ ҙә киттегеҙ, ҡыуып та етерлек түгел.

Егеттәрҙең кинәйәле генә йылмайыуҙарынан беҙҙең редакция Ларгусына төрттөрөүҙәре аңлашыла ине. Сөнки бынан алты йылдар элек Һамарға Рәлис Ураҙғолов менән килгәйнек. Ул ваҡытта «тимер атыбыҙ» Лада Калина ине. Уйым дөрөҫкә сыҡты: мыйыҡ аҫтынан йылмайып, Сәфиулла Наил улы йәнә һүҙгә килде.

– Сибәғәтулла туған машинаһын яңыртып ебәргән икән, хәҙер текәрәкте йүгәнләп алған.

– Егеттәр, һеҙҙең менән ярышып булмай инде, һеҙ ҙур төҙөлөш ойошмаһы менән етәкселек итәһегеҙ, ә беҙ ябай гәзит хеҙмәткәрҙәре, - тинем мин дә, дуҫтарыбыҙҙың кәзекләүҙәренә ҡушылып. Шулай шаярып-көлөшөп, мәрәкәләшеп ҡунаҡханаға барып керһәк, беҙҙең ҡаршыбыҙға ҡоластарын йәйеп Әхәт Ҡотлоәхмәтов үҙе килеп сыҡты. Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығын күргәс, минең юлдашым, Башҡортостан китап палатаһы директоры Азат Ярмуллин да телгә килде.

– Беҙ Һамарға тип юлға сыҡһаҡ, аҙашып Көйөргәҙегә килеп сыҡтыҡ, ахырыһы.

– Көйөргәҙе лә, Һамар ҙа үҙебеҙҙең башҡорт ерҙәре бит, егеттәр, әйҙәгеҙ, рәхим итегеҙ. Тик бына ашығып елкәгә еләнде генә һалып өлгөрмәнем, – Әхәт Йәүҙәт улы ла, беҙҙең шаярыуға ҡушылып китте.

Баҡтиһәң, Көйөргәҙе ҡунаҡтары ла беҙҙән ун-ун биш минут ҡына алдан килеп еткән икән.

– Утыҙға яҡын кеше килдек. Әле беҙҙең һәүәҫкәр артистар, РАЙПО хеҙмәткәрҙәре һабантуй майҙанында тирмәләр ҡора, – тип Әхәт Ҡотлоәхмәтов беҙҙе һуңғы яңылыҡтар менән таныштырған арала, ҡунаҡхана ихатаһы алдында Стәрлетамаҡ концерт-театр берекмәһе директоры Харис Әбдрәхимов күренде. Ул да Һамарҙағы туғандарыбыҙҙың шатлыҡтарын уртаҡлашыр өсөн ун биш кешенән торған ижади коллектив алып килгән.

– Ҡоро һүҙ тамаҡты йырта, туғандар, алыҫ юлдан килдегеҙ, әйҙәгеҙ тамаҡҡа ҡапҡылап алайыҡ, – Сәфиулла Вилданов, әйҙүкләп, барыбыҙҙы ла бай табын әҙерләнгән кафеға саҡырҙы.

Байтаҡ ҡына һыйланып, дуҫтарыбыҙ өсөн аҙ ғына йырҙар йырлап сыҡҡанда, күҙ бәйләнгәйне инде. Тик Әхәт Ҡотлоәхмәтовтың үтә лә тынғыһыҙ етәксе икәне күптәргә мәғлүм.

– Туғандар, әйҙәгеҙ Йыйын үтәсәк майҙанды барып күрәйек инде, минең команда нисек урынлашты икән, тирмәләрҙе ҡорҙолармы, тамаҡтарына ашанылармы, беләйек, – тине ул борсолоп.

Йәмәләй ауылына килеп еткәндә Йыйын үтәсәк туғайҙы йәмләндереп башҡорт тирмәләре ҡоролғайны инде. Һәр береһенең алдында табын әҙерләнгән, тәмле итле һурпа еҫе төнгө сафлыҡҡа ҡушылып, танауҙы ҡытыҡлай. Усаҡ алдарында йыйылған егеттәр-ҡыҙҙар баян тауышына ҡушылып дәртле йыр һуҙа.

– Ана минекеләр Йыйынды башлап та ебәргән. Афариндар! – Әхәт Йәүҙәт улының ғорурлығы йөҙөнә сыҡҡайны был ваҡытта.

Иртән район үҙәге Оло Чернигов ауылы мәҙәниәт һарайы алдында бәрәкәтле Һамар ерендә тыуып, Тыуған илебеҙ азатлығы өсөн баштарын һалған яугирҙәргә һәм милләтебеҙҙең бөйөк шәхестәре Харис Йомағолов, Ғөбәй Дәүләтшин, Һәҙиә Дәүләтшина, Рәшит Ниғмәти иҫтәлегенә ҡуйылған мемориаль таҡтаға сәскәләр һалғандан һуң, Йыйын майҙанына юлландыҡ. Беҙ килгәндә Ҡояш дилбегә буйы күтәрелеп өлгөргәйне.

БР Матбуғат һәм киң коммуникациялар агентлығы начальнигы Борис Мелкоедов етәкселегендәге рәсми делегацияны Йәмәләй ауылы мәктәбе уҡыусылары еҙ батмустарға өйөлгән баллы сәксәк, ағас туҫтаҡтарға ҡойолған бызырлап торған ҡымыҙ менән ҡаршы алды. Ҡунаҡтар һыйҙан ауыҙ иткәс, уҡыусылар уларға бағышлап йырҙар яңғыратты, ҡубыҙ сиртте. Башҡорт телендә яңғыраған шиғырҙар ҙа, Оло Ырғыҙ йылғаһына ҡушылып китеп, беҙҙең йөрәктәргә май булып яғылды. Сараны Һамар ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Кәмилә Сизякова асты.

– Беҙҙең ҡыуанысыбыҙҙы уртаҡлашырға килгән милләттәштәребеҙгә самаһыҙ рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ошолай бергә йәшәһәк кенә Һамар башҡорттары бөтмәйәсәк әле, – тине ул. Уның һүҙҙәрен Оло Чернигов районы хакимиәте башлығы Тамара Перова ла ҡеүәтләне:

– Беҙҙең районда күп төрлө милләттәр йәшәй. Ләкин шуларҙың иң көслөләре, иң әүҙемдәре, әлбиттә, башҡорттар, – тине ул. – Ниндәй генә сара ойошторһаҡ та, башҡорттар һәр ваҡыт алғы сафта. Улар үҙҙәренең әсә телендә гәзит тә сығаралар, журнал да нәшер итәләр. Район ғына түгел, өлкә кимәлендә уҙғарылған мәҙәни саралар ҙа башҡорттарһыҙ үтмәй, – тине ул. Һамар өлкәһе губернаторы Хакимиәте етәксеһенең урынбаҫары Надежда Осипова төрлө милләттәр татыу, дуҫ йәшәгәндә генә Рәсәй дәүләтенең нигеҙе ныҡ буласағын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Яуап һүҙе менән сығыш яһап, Борис Мелкоедов, ихлас ҡунаҡсыллыҡ күрһәткәндәре өсөн, хужаларға рәхмәтен белдерҙе.

– Беҙ үҙебеҙҙең башҡорттарыбыҙҙың Һамар өлкәһендә йәшәүсе башҡа милләт вәкилдәре менән типә-тиң йәшәүҙәренә ысын күңелдән шатбыҙ, – тине Борис Николаевич. – Һәр милләткә боронғо йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, телдәрен һаҡлау өсөн тигеҙ шарттар булдыра алғандары өсөн Һамар өлкәһе губернаторына, уның берҙәм командаһына, шулай уҡ урындағы ҡоролтай ағзаларына сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.

Борис Мелкоедов ҡулынан Рәхмәт хаттары, иҫтәлекле бүләктәр алыу байрамды ойошторғанда айырыуса әүҙемлек күрһәткән етәкселәрҙең күңелдәрендә оҙаҡ йылдарға етерлек иҫтәлек булып ҡалыр, моғайын.

Көйөргәҙеләр ҙә буш ҡул менән килмәгәйне оло Йыйынға. Әхәт Ҡотлоәхмәтов райондың уңған хужабикәләре бәйләгән мамыҡ шәлдәрҙе Тамара Перова менән Надежда Осипованың иңдәренә һалғанда, уларҙың йөҙҙәре нисек балҡып китеүен күреү үҙе бер шатлыҡ булды.

Рәсми өлөш тамамланыуға Йыйын барған майҙан йыр-моңға, ҡурай тауыштарына ҡушылды. Түҙемһеҙлек менән үҙ сираттарын көткән көрәшселәр бер-береһенең билдәрен ҡапшарға майҙан уртаһына сыҡты, балалар күҙҙәрен бәйләп көршәк ватырға тотондо, арыраҡ тоҡ кейеп йүгереүселәр старт алды. Бер һүҙ менән әйткәндә, Йыйын ҡыҙғандан-ҡыҙҙы, уның һайын сәм артты, ярышсыларҙы ҡеүәтләү, кәзекләү, шаяртыу һүҙҙәре йышыраҡ ишетелде. Шундай күңелле саранан дәрт алып ҡайтырға сыҡҡанда, түбәтәйҙәрен онотоп ҡалдырыусылар ҙа булғандыр, валлаһи.

Башҡортостан вәкилдәре ҡуҙғалып, ҡайтыр юлға сыҡҡанда ла, Йыйын майҙанындағы шат тауыштар, балалар көлөүе, йыр-моң тынмағайны әле. Тынмаһын да әйҙә. Оҙаҡ йылдарға етһен шул шат тауыштар милләтебеҙҙең аҫыл улдары һәм ҡыҙҙары ғүмер иткән Оло Ырғыҙ, Кәмәлек буйҙарында.

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ

Читайте нас: