Все новости
Байрамдар
3 Июля 2018, 13:04

БЕҘҘЕҢ ТӘБИҒӘТТЕ ОҠШАТТЫЛАР

Йыл да Рәсәйҙә Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө билдәләнә. Үткән йәкшәмбе, 1 июлдә, локаль конфликттарҙа һәм һуғыштарҙа ҡатнашыусылар Күмертауҙың Мәңгелек ут һәйкәле янында «Сикһеҙ хәрби берҙәмлек» тип аталған автомобилдәр йөрөшө сараһына йыйылды.

Был сара Башҡортостандағы «Хәрби туғанлыҡ» ойошмаһы рәйесе Альберт Шаһиморатовтың, уның фекерҙәштәренең булышлығы һәм фиҙаҡәрлеге менән ойошторолдо.

Күмертауҙың Мәңгелек уты янында йыйылыусылар араһында төрлө быуын вәкилдәре бар ине. Араларында Афғанстандағы һуғышты башынан үткәргән, Чечен кампанияһында ҡатнашҡан хәрби хәрәкәттәр ветерандары бер-береһе менән осрашып, йылы хәтирәләрен уртаҡлашты.

Митингтан һуң автомобиль йөрөшөндә ҡатнашыусылар Ермолаево ауылына юлланды. Унда ла митингтан һуң хәрби хәрәкәттәр ветерандары һалдаттар һәйкәленә сәскәләр һалды.

Байрамда ҡатнашыусылар артабан Көйөргәҙе районы ерҙәре аша үтеп, Бахмут ауылы янындағы һыуһаҡлағыста үткәрелгән «Балыҡ» фестивалендә ҡатнашырға һәм рәхәтләнеп ял итергә өлгөрҙө. Ветерандарға беҙҙең яҡ тәбиғәте бик тә оҡшаны, улар алдағы йылда бында ошо байрамға арналған сара үткәрергә тигән уртаҡ фекергә килде. Улар бындай саралар йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә, Тыуған илебеҙ тыныслығы өсөн ғүмерен биргән ватандаштарыбыҙҙың исемдәрен мәңгеләштереүгә булышлыҡ итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Читайте нас: