Все новости
Байрамдар
3 Июля 2018, 13:05

«ШӘБАҒЫШТА ИҪ КИТКЕС ШӘП ХАЛЫҠ ЙӘШӘЙ»

Шәбағыш ауылы 90 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ауылдаштар байрамына ауыл халҡы, ситтә йәшәгән яҡташтар һәм ҡунаҡтар бик күп килгәйне.

Шәбағыш ауылы 90 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ауылдаштар байрамына ауыл халҡы, ситтә йәшәгән яҡташтар һәм ҡунаҡтар бик күп килгәйне.

Сараның тәүге өлөшө ауыл мәсетендә үтте. Имам-хатип Рәшит Хәлилов мәсет төҙөлөүҙең ҡыҫҡаса тарихына байҡау яһаны. «Мәсетебеҙгә нигеҙ 1994 йылда һалынды. Аллаға шөкөр, ауылыбыҙ мәсетле булды, халыҡ күп йөрөй, дини байрамдар үткәреп торабыҙ. Тиҙҙән балалар һәм ололар өсөн уҡыуҙар ойошторорға уйлайбыҙ, ғәрәп телен өйрәнәсәкбеҙ. Ошондай матур байрам ойоштороусыларға, район хакимиәте етәкселәренә, ауыл советы хакимиәте башлығы Әлфиә Ханбәковаға ҙур рәхмәт», - тине ул һәм изге доғаларын ҡылды. 1988-1995 йылдарҙы «Күмертау» совхозын етәкләгән, ауыл хужалығы фәндәре докторы Фәрит Хәмит улы Сиразетдинов та сығышында мәсет төҙөү ваҡиғаларына туҡталды. «Беҙ мәсетте «Күмертау» совхозының үҙ көсө менән генә төҙөнөк. Үҙем эшләгән осорҙа мәсеткә йөрөгәндәрҙе һәр саҡ ихтирам иттем, уларға иғтибарҙы ла нығыраҡ бүлергә тырыштым. Мәсеттә уҡыу ойошторолһа, яҡшы булыр ине. Ғәрәп телен белгәндәр һәр саҡ почетта», - тине ул.

1996-1999 йылдарҙа «Күмертау» совхозы директоры булған Мөхәмәт Сәғит улы Нурғәлиев та шәбағыштарҙы ҙур байрамдары менән ҡотлап, мәсеткә бүләк тапшырҙы. Элекке «Күмертау» совхозының тағы бер етәксеһе Анатолий Иванович Разводов та мәсеткә буш ҡул менән килмәгән.

Ҡунаҡтар А.С. Пушкин музейы менән яҡындан танышып сыҡҡас, байрам үтәсәк төп майҙанға юлланды. Мәҙәниәт йорто алды матур итеп биҙәлгән, сәхнә ҡоролған, балалар өсөн төрлө уйын майҙансыҡтары урынлаштырылған. Рәсми өлөштө Шәбағыш ауыл советы хакимиәте башлығы Әлфиә Мансур ҡыҙы Ханбәкова асты һәм ауылдаштарын ысын күңелдән байрам менән ҡотланы, сара үткәреүҙә ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт әйтте. Район хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтов: «Ауылда ҡалып, матур итеп донъя көткәнегеҙ өсөн һеҙҙең барығыҙға ла ҙур рәхмәт. Матур итеп әҙерләнгәнһегеҙ, йорттарығыҙҙы, ауылды биҙәгәнһегеҙ. Ошондай күркәм байрамдар үткәреү матур йолаға әүерелде. Бындай саралар халыҡ-ара татыулыҡты нығыта, яҡташтарҙы берләштерә, ауылдаштарҙың дуҫлығын көсәйтә. Шәбағышта иҫ киткес шәп халыҡ йәшәй. Был ауылға йәштәр ҙә тартыла. Әммә күптәр балаларын ҡала мәктәптәренә бирә, йә район үҙәгенә йөрөтә. Мәктәптә балалар һаны аҙ. (30 балаға 8 уҡытыусы эшләй). Ауылда мәктәп һаҡланып ҡалһын өсөн, тырышырға, күберәк балалар табырға кәрәк. Беҙ, балалар, йәштәр ситкә китмәһен өсөн, барыһын да эшләргә бурыслыбыҙ. Ауылға ҡунаҡҡа ғына йөрөмәгеҙ, туғандарығыҙға төрлө яҡлап ярҙам да итегеҙ», - тип өндәште һәм шәбағыштарға 50 000 һум аҡса, музейға китап бүләк итте. Әхәт Йәүҙәт улы Шәбағыш ауылының иң әүҙем хеҙмәткәрҙәренә Рәхмәт хаттары, Әлфиә Мансур ҡыҙы оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт итеүселәрҙе, 90 йәшлек юбилейҙарын билдәләүсе Фәүзиә Әминева менән Нәжиә Мәһәҙиеваларҙы, 60 йыл бергә ғүмер иткән Мининур һәм Рәфҡәт Бәшировтарҙы, Шәбағыш ауылында тыуып-үҫеп, ошонда уҡ үҙ парҙарын табып, матур ғаилә ҡорған 11 ғаиләне ҡотлап, бүләктәр тапшырҙы.

Байрамда ҡотлаусылар күп булды. Уларҙың һәр береһе үҙенең изге теләктәрен, рәхмәттәрен әйтергә ашыҡты. Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлай Юныс улы Ишмөхәмәтов үҙенең изге теләктәренә ҡушып,бүләк тапшырҙы.

Ауылдаштар байрамының биҙәге булған Эльмир һәм Гөлназ Ғәзизуллиндарҙың сығышы барыһының да күңеленә хуш килде. Шулай итеп, 90 йыллыҡ тарихы булған ауыл байрамы шаулап-гөрләп үтеп тә китте.


Район хакимиәтенең Рәхмәт хатын алыусылар:

Рәмзиә Ғариф ҡыҙы РӘИМОВА;

Люциә Миңлеәхмәт ҡыҙы РӘИМОВА;

Азат Сәйфулла улы ЮЛДАШЕВ;

Илдар Тәлғәт улы Әхтәмов;

Розалия Сәйфулла ҡыҙы Әхиәрова.


Байрамды үткәреүҙә спонсорлыҡ ярҙамы күрһәтеүселәр:

Гүзәл Искәндәр ҡыҙы КАЖЕНОВА;

Виктор Михайлович ЧУКИН;

Анет Абдурәшит ҡыҙы СИНАБАРИГОВА.
Читайте нас: