Ғаилә, тоғролоҡ һәм мөхәббәт көнөнә арналған сара районда үткән шәмбе булды.
Ермолаеволағы мәҙәниәт һәм ял паркындағы матур байрамды район хакимиәте башлығының кадрҙар эше һәм социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Люциә Хәмитова асты. Ул барыһын да байрам менән ҡотлап изге теләктәр теләне. Шулай уҡ Ермолаево ауыл советы хакимиәте башлығы Роман Барановский, Ғаилә үҙәге етәксеһе Наталия Савинькова, ЗАГС бүлеге начальнигы Светлана Иванова, йәштәр эше буйынса комитеттың баш белгесе Виктория Кудинова ла барлыҡ ғаиләләргә йылы һүҙҙәрен еткерҙе һәм сәхнә түренә яңы сабыйҙары тыуған атай-әсәйҙәрҙе саҡырып ҡотланы. Сабыйҙарының бәхетле, оҙон ғүмерле, ә атай-әсәйҙәренә ғаиләләренең ныҡлы булыуын теләнеләр. Аҙаҡ 25 йыл, 30 йыл һәм 50 йыл бергә иңгә-иң терәшеп йәшәгән ғаиләләрҙе лә тәбрикләнеләр. Йәштәргә өлгө булып йәшәүҙәренә рәхмәт әйттеләр. Ә инде “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалын быйыл Ермолаевола йәшәүсе Сергей һәм Анна Петровтарға тапшырҙылар. Йыр-бейеү менән үрелеп барған ҡотлауҙарҙан һуң Регги Рэй төркөмө сығыш яһаны.
Ғаилә, тоғролоҡ һәм мөхәббәт байрамында буяу фестивале лә күңелле булды. “Атай, әсәй һәм мин” ярышында ғаиләләр үҙҙәренең ныҡлы һәм дуҫ ғаилә икәнлектәрен иҫбатлап көс һынашты. Был байрамдың һөйөү символы булған аҡсәскәгә айырыуса иғтибар бүленгәйне. Аҡсәскәләрҙән веноктар үреү бәйгеһе лә үҙенсәлекле үтте.
Мәрфүғә менән Юнир МӨЛӨКОВТАР, Мораптал ауылы:
- 50 йыл бергә йәшәйбеҙ, аҙ ғүмер түгел. Был көндө күреү - беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ. Тормош менән бергә атлағанбыҙ икән, тимәк, беҙ бәхетле. Беребеҙ 41 йыл мәктәптә уҡытыусы, икенсебеҙ дауаханала 45 йыл врач-терапевт булып эшләнек. Илдар һәм Илһам исемле ике ул тәрбиәләп үҫтерҙек. Улар беҙгә ҙур таяныс булды, һәр саҡ беҙгә ярҙам иттеләр. Халыҡ та ихтирам итеп торҙо. Үҙебеҙ ҙә бер-беребеҙҙе аңлап, ҡәҙерләп, сабырлыҡта йәшәргә тырыштыҡ.
Хәҙерге йәштәр ҙә, беҙҙең кеүек парлы булып, матур ғүмер итһендәр. Тормош булғас төрлө хәлдәр була, йәшлектә мөхәббәт итеп бер-береһен тапҡандар икән, шул һөйөү ялҡынын сабырлыҡ менән һаҡлай белһендәр. Иң мөһиме бер-береңде ихтирам итергә, терәк булып йәшәргә кәрәк.
Ғаилә, тоғролоҡ һәм мөхәббәт көнөндә беҙҙе ҙурлап республикабыҙ Башлығы Рөстәм Хәмитовтың, район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтовтың ҡотлау һүҙҙәре яҙылған хаттарҙы һәм бүләктәрҙе тапшырғандары өсөн рәхмәтлебеҙ. Шулай уҡ беҙҙе ойоштороп байрамға алып килгәне өсөн Мораптал ауыл советы хакимиәте башлығы Аскар Кинжалеевҡа ла ҙур рәхмәт.
Барыһына ла тыныс күк йөҙө теләйем. Бер-береһен аңлап, берҙәм йәшәһендәр.