Все новости
Байрамдар
13 Июля 2018, 11:08

УЛАР - ИЛ ТЕРӘГЕ

Мораптал мәҙәниәт йортонда «Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ» көнөнә арналған «Ныҡлы ғаилә — ил терәге» тип исемләнгән бик матур сара үтте.

Мораптал мәҙәниәт йортонда «Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ» көнөнә арналған «Ныҡлы ғаилә — ил терәге» тип исемләнгән бик матур сара үтте.

Был байрамға алтын туйҙарын билдәләүсе Мәрфуға һәм Юнир Мөлөковтар, 40 йыл бергә йәшәүсе Камил һәм Зөлмирә Миңлебаевтар, мәрйен туйҙарын үткәреүсе Рәмил һәм Йәмилә Туҡаевтар, ынйы туйҙарын билдәләгән Ҡалта ауылынан Мораҙым һәм Гөлдәр Аҙнабаевтар, көмөш туйҙарын үткәреүсе Аҡһары ауылынан Ришат һәм Зөлфиә Юлбаевтар, гәүһәр туйҙарын билдәләүсе иң йәш парҙар (15 йыл) Руслан һәм Олеся Миңлебаевтар (Иҫке Морапталдан) саҡырылғайны. Был ғаиләләр ауыл биләмәһенең һәр ауылынан һайланып алынып, өлгө булырҙай матур парҙар ине.

Сара ауылыбыҙҙа ҡулға-ҡул тотоношоп, тормош ауырлыҡтарын бергәләп еңеп, пар күгәрсендәрҙәй гөрләшеп алтын туйҙарына етеүсе Мөлөковтар ғаиләһенең мәҙәниәт йорто директоры Гөлназ Хәмитова тарафынан ойошторолған 50 йылдан һуң кире «яҙылышыуҙары» менән башланып китте.«Кейәү менән ҡыҙҙың» балдаҡтар менән алмашып, сәк-сәктән ауыҙ итеп, вальс бейегәндән һуң барлыҡ парҙарҙы тәбрикләү сараһы мәҙәниәт йортоноң күркәм, байрамса итеп биҙәлгән фойеһында дауам итте. Саҡырылған юбилярҙарҙың тулы биографиялары менән һәр кемдең күңеленә етерлек итеп Нәсимә Шәмсетдинова таныштырҙы. Һәр ғаилә өсөн музыкаль бүләк — йырҙар яңғыраны.

Сараның өсөнсө өлөшө: ғаиләлә бар нәмә ҡатын-ҡыҙҙан тороуын дәлилләп, йәш саҡта һыу юлынан үткән «килендәр», тағы ла бер тапҡыр йәшлектәрен хәтерләп, шунан үтте. Көйәнтәләп алып килгән һыу менән сәй ҡайнатылды. Артабан сара мул табын артында дауам итте.

Ғаилә - йәмғиәтебеҙҙең төп мәғәнәһе. Мөхәббәт һәм татыулыҡ тантана иткән дуҫ ғаиләләр — күп милләтле илдең бөйөк ҡиммәтте. Шуларҙы күҙ уңында тотоп, халыҡ менән бындай күркәм сараларҙы ойоштороусы Киров исемендәге ауыл хужалығы кооперативы хужаларына, Мораптал ауыл советы хеҙмәткәрҙәренә, сараны ойоштороусы, күркәм итеп алып барыусы Нәсимә Шәмсетдиноваға һәм барлыҡ ярҙам итеүселәргә үҙемдең һәм юбилярҙар исеменән оло рәхмәтемде белдерәм. Ошондай сараларҙың юғары кимәлдә, халыҡсан үтеүе арҡаһында ауылым халҡы күтәренке күңел менән эшләй ҙә, ял да итә белә. Беҙҙе дәртләндереп, йөрәктәребеҙҙе йәшәртеп ебәргәнегеҙ өсөн тағы ла рәхмәт һеҙгә.

Рәхмәт һүҙҙәре менән Гөлзиә Фәтих ҡыҙы МӨЛӨКОВА.
Гөлнара НАФИҠОВА фотоһы.

Мораптал ауыл биләмәһендә ғаилә йылына арналған бик матур сара үткәрелде. Унда алты пар ғаилә ҡатнашты. 15, 25, 30, 35, 40, 50 йыллыҡтарын билдәләгән парҙар Мендельсон маршы аҫтында фойеға үтте. Уларҙы ҡотлар өсөн һәр парҙың туғандары, балалары ла килгәйне.

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре сараны матур итеп алып барҙы. Һәр сығыш алҡыштарға, ә зал сәскәләргә күмелде. Тырыш, эшсән, әүҙем ғаиләләр һайлап алынғайны байрамға. Улар үҙҙәренең хеҙмәттәре һәм матур-татыу йәшәүҙәре менән башҡаларға өлгө булып тора. Күркәм ғаиләләрҙе ҡотлап Киров исемендәге кооператив һәр парҙың фотоһын эшләтеп, шуларҙы һәм 3-әр литр бал тапшырҙы, Рәхмәт хаттары бирелде.

Бындай кисәләр йәш быуынды тәрбиәләү, уларға өлгө күрһәтеү өсөн бик тә кәрәк. Бар халыҡ был саранан ғайәт ныҡ ҡәнәғәт таралышты.

Киров хужалығы кооперативы етәксеһе Рәмил Туҡаевтың күрһәткән бындай иғтибары, ихтирамы беренсе тапҡыр ғына түгел. Ул һәр саҡ үҙенең эшсәндәренә мәҙәни сараларға, концерттарға билеттар алып ҡыуандыра. Эшсәндәргә шундай иғтибар булғас, эшләүе лә, йәшәүе лә күңелле.

Минзиә ТӨХВӘТУЛЛИНА,
сараға ҡунаҡ булып килеүсе.


Читайте нас: