Все новости
Байрамдар
2 Августа 2018, 18:57

НЫҠ ШАТЛАНДЫҠ

«Юшатыр» гәзите редакцияһына Яңы Морапталдан атҡаҙанған уҡытыусы Фирҙәүес апай Ғисмәтуллина шылтырата.

«Юшатыр» гәзите редакцияһына Яңы Морапталдан атҡаҙанған уҡытыусы Фирҙәүес апай Ғисмәтуллина шылтырата.


- Был ялда яныма төрлө тарафтарҙан бер төркөм уҡыусыларым хәл белергә килде. Улай-былай итеп ултырған арала, гәзит-журналдар аҡтарҙылар. «Юшатыр»ҙы ҡулға алған Ейәнсура районынан булған уҡыусым: «Ҡайһылай шәп гәзит сығаралар һеҙҙә. Йөкмәткеһе ғәләмәт, теле матур», - тип маҡтаны.
«Алып ҡайтып күрһәтәйем әле беҙҙекеләргә. Бына нисек булырға тейеш гәзит, тип әйтермен», - тине. Минең үҙемде маҡтайҙармы ни, әллә кем булып киттем. Рәхмәт һеҙгә, «Юшатыр»ҙар! Гәзит килеү менән айырыла алмай уҡыйым һеҙҙе, - тине Фирҙәүес Хәлиловна. -Байын, ярлыһын, эскесеһен, арыу йәшәгәнен айырып ҡарамай яҙаһығыҙ, оҙаҡ йәшәгеҙ, оҙаҡ эшләгеҙ. Бер әйткәндә әйтәйем, Путин мине беләме икән әллә, пенсия йәшен юҡҡа оҙонайтмайҙыр. Миңә 82 йәш, һаман да, Аллаға шөкөр, бар ерем теүәл, зиһенем асыҡ, - тип тә шаяртып алды апайыбыҙ.
Беҙгә, саҡ торған кешегә, күп кәрәкме ни, Олимпиадала еңеп ҡайтып, бүләккә ҡыйбатлы машина тотторҙолармы ни - Фирҙәүес апай әйткәненә ныҡ шатландыҡ. Ошондай һүҙҙәрҙе ишетеү өсөн генә лә йәшәргә мөмкин. Рәхмәт, ҡыйыш яҡты ла, тура яҡты ла күрә белгәнегеҙ өсөн.


Читайте нас: