Все новости
Байрамдар
24 Августа 2018, 13:49

«РӘСӘЙ ТАРИХЫНДА ЛАЙЫҠЛЫ УРЫН АЛЫРҒА ТЕЙЕШ»

18 августа Кинйәабыҙ ауылында башҡорт халҡының бөйөк улы Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 295 йыл тулыуға арналған юбилей саралары уҙҙы. Ҡунаҡтарҙы батыр үҙе нигеҙ һалған ауылға кергән ерҙә үк ҡаршы алдылар.

18 августа Кинйәабыҙ ауылында башҡорт халҡының бөйөк улы Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 295 йыл тулыуға арналған юбилей саралары уҙҙы. Ҡунаҡтарҙы батыр үҙе нигеҙ һалған ауылға кергән ерҙә үк ҡаршы алдылар.


Кинйә Арыҫланов музейы янында ойошторолған театрлаштырылған тамашаны ҡарап, милли батырыбыҙ һәйкәленә сәскәләр һалынғас, сарала ҡатнашыусылар музей буйлап сәйәхәт ҡылды. Бында уларҙы район мәктәптәре уҡыусылары ихлас ҡаршылап, музей тарихы менән ентекле таныштырҙы.

Сараның төп өлөшө ауыл мәҙәниәт йортонда дауам итте. Байрамды тантаналы рәүештә асҡандан һуң «Кинйә» фильмынан өҙөктәр күрһәтелде. Район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов үҙ сығышында: «Өс быуатҡа яҡын ваҡыт үтеп китеүгә ҡарамаҫтан, тарихта ҡабатланмаҫ эҙ ҡалдырған батырыбыҙ халыҡ хәтерендә мәңге йәшәй. Илебеҙгә өс Герой биргән ауыл 1980 йылда яңынан тергеҙелде», - тип, Кинйәабыҙ ауылы тарихына байҡау яһаны һәм барыһын да байрам менән ҡотлап, матур сараны ойоштороуҙа ҙур көс һалған — 1-се Кинйәабыҙ ауылында тыуып үҫкән яҡташтарыбыҙ Зиннур Исхаҡов менән Юлай Ишмөхәмәтовҡа, геройҙар исемен мәңгеләштереү өсөн янып-көйөп йөрөүсе Алексей Тарасовҡа оло рәхмәт белдерҙе. Артабан ҡунаҡтарҙың һәр береһе үҙҙәренең әйтер һүҙҙәрен әйтеп ҡалырға тырышты.

Райондың почетлы гражданы Раил Әбдрәшитов үҙе район башлығы булған замандарҙа Кинйә ауылын тергеҙеүҙә башҡарған эштәре хаҡында бәйән итте. Был эште дауам итеүсе Әхәт Йәүҙәт улына рәхмәтен әйтте. Татарстандан килгән данлыҡлы яҡташыбыҙ Йәдкәр Бәширов: «Ошо байрамды үткәрергә, милли батырҙың исемен мәңгеләштереүҙә, әлбиттә, көйөргәҙеләр бик күп нәмә эшләгән. Әммә был ғына етмәй. Кинйә Арыҫлановтың данын бөтә Рәсәйгә билдәле итергә тырышырға, уға Рәсәй тарихында лайыҡлы урын бирергә кәрәк. Ошоға тиклем Кинйә Арыҫлановтың бөйөк эштәре тулыһынса өйрәнелеп бөтмәгән», - тип, ялҡынлы телмәр тотто. Йәдкәр Әхәт улының тормош иптәше, билдәле яҙыусы Фирҙәүес Бәширова уның һүҙҙәрен йөпләп: «Ысынлап та, Кинйә Арыҫланов илебеҙ тарихында лайыҡлы урын алырға тейеш. Шулай уҡ беҙ барыбыҙ ҙа ауылдарҙы һаҡлап ҡалырға бурыслыбыҙ. Ауылдар бөтмәһен өсөн бында йәштәрҙе йәлеп итергә кәрәк», - тине.

Кинйә Арыҫланов исемендәге Мәрхәмәтлек фонды Вице-президенты Салауат Юлбарисов та ошо уҡ теманы дауам итте: «Татарстан ҡунаҡтары менән ризамын. Кинйә — бер райондың ғына милли геройымы әллә? Рәсәйҙә белмәйҙәр бит уны. Тарихты белмәйбеҙ яҡшылап, ул һаман да тулыһынса өйрәнелмәгән», - тигән әсенеү һүҙҙәрен әйтте.

БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Румил Аҙнабаев, район ветерандары ойошмаһы рәйесе Алексей Тарасов та сығыштарын Кинйә рухына бағышланы.

Бер нисә йыл элек район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов һәм «ЮжУралОйл» йәмғиәте генераль директоры Зиннур Исхаҡов тарафынан милли батырыбыҙ исемен мәңгеләштереү маҡсаты менән Кинйә Арыҫланов исемендәге премия булдырылғайны. Был премия йыл да Көйөргәҙе районының иң әүҙем йәштәренә тапшырыла. Быйылғы йәштәр премияһын район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлай Ишмөхәмәтов һәм «ЮжУралОйл» йәмғиәтенең баш инженеры Алексей Пелагеин тапшырҙы. Байрам сараһы райондаштар әҙерләгән матур концерт программаһы менән тамамланды.
Читайте нас: