Все новости
Байрамдар
6 Ноября 2018, 13:41

УҢҒАНДАР ТӘБРИКЛӘНДЕ

Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған сара Күмертауҙа йылдағыса гөрләп үтте.

Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған сара Күмертауҙа йылдағыса гөрләп үтте. Сәхнәлә байрам уңайынан сағыу тамаша ҡоролдо.


Сараға йыйылыусыларҙы, Халыҡтар берҙәмлеге көнө айҡанлы, Күмертау ҡала округы хакимиәте башлығы Борис Владимирович Беляев тәбрикләне. Ул ҡаланың тырыштарын Маҡтаулы исемдәр менән бүләкләне. Шулай уҡ Ауыл хужалығы министрлығының, ҡала хакимиәтенең Почет грамоталарын, Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Был көндө беҙҙең хеҙмәткәребеҙ, “Юшатыр” гәзитенең яуаплы сәркәтибе Тәлғәт Шаһмановҡа ла “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде. Маҡтаулы исем уға юғары һөнәри оҫталыҡ һәм матбуғат өлкәһендә оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн тапшырылды. Коллегабыҙҙы лайыҡлы рәүештә маҡтаулы исем алыуы менән ҡотлайбыҙ. Тәлғәт Ғиндулла улына артабан да ижадының емешле булыуын теләйбеҙ.
Читайте нас: