Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
4 Декабрь 2018, 10:30

КҮҘҘӘРЕГЕҘ БӘХЕТТӘН БАЛҠЫҺЫН!

Үткән йома Айсыуаҡ мәҙәниәт йортонда Әсә көнөнә һәм Ғаилә йылын тантаналы ябыуға бағышланып “Күҙҙәрегеҙ бәхеттән балҡыһын” тип исемләнгән ҙур сара үтте.

Үткән йома Айсыуаҡ мәҙәниәт йортонда Әсә көнөнә һәм Ғаилә йылын тантаналы ябыуға бағышланып “Күҙҙәрегеҙ бәхеттән балҡыһын” тип исемләнгән ҙур сара үтте.


Байрам район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтовтың ҡотлау һүҙҙәренән башланды.

- Хөрмәтле көйөргәҙеләр, ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар һәм әсәләр, һеҙгә иң изге теләктәремде еткереп, барығыҙҙы ла байрам менән ихлас ҡотлайым! Әсә булыу - оло яуаплылыҡ һәм ҙур хеҙмәт. Һеҙ, гүзәл заттар, көслө характерығыҙ, маҡсатҡа ирешеүсәнлегегеҙ менән мәғариф өлкәһендә лә, йәмәғәт эшмәкәрлегендә лә ир-егеттәрҙән бер ҙә ҡалышмайһығыҙ, һынатмайһығыҙ. Ир-егеттәребеҙҙең дә тәрбиә эшендә ролдәре мөһимлеген иҫбатлау өсөн, март айында атайҙар советы булдырылды. Быйылғы йылда республикабыҙҙа Ғаилә йылы тип иғлан итеү ҙә күп нәмә хаҡында һөйләй.

Районыбыҙҙа 1,5 мең бала тәрбиәләнгән 400-ҙән артыҡ күп балалы ғаилә йәшәй. 402 ғаилә дәүләт ярҙамы менән ҡуллана. 104 әсәй “Әсәлек даны” миҙалын алып шатланды. Шулай уҡ ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү маҡсатында төрлө программалар ҙа уңышлы тормошҡа ашырылып килә. Районыбыҙҙағы балалар тәрбиләүсе һәр ғаиләгә лә ҙур рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм, - тине Әхәт Йәүҙәт улы һәм һуғышта улдары һәләк булған әсәләргә сәскәләр менән бүләктәр тапшырҙы. Шулай уҡ сарала опекунға һәм тәрбиәгә балалар алған ғаиләләрҙе, яңы ғаилә ҡорған йәштәрҙе, 50, 60 йыл бергә ғүмер кисергән парҙарҙы ла тәбрикләп үттеләр.

Артабан буласаҡ әсәләргә үҙенең изге теләктәрен район ЗАГС бүлеге начальнигы Светлана Иванова еткерҙе. Районыбыҙҙың һәр ауыл биләмәләрендә лә халҡыбыҙға өлгө булырҙай ғаиләләр был көндө тәбрикләнде. Улар “Йыл ғаиләһе” номинацияһында бүләкләнде.

Әсә көнөнә һәм Ғаилә йылын ябыуға бағышланған матур сара моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Был сарала һәр кемдең дә күҙҙәре тик бәхеттән генә балҡыны, артабан да шулай ғына булһын.
Читайте нас: