Все новости
Байрамдар
4 Декабря 2018, 10:47

ТӨШӨНКӨЛӨККӘ БИРЕЛМӘЙҘӘР

Кисә Айсыуаҡ мәҙәниәт йортонда Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә арналған сара үтте.

Кисә Айсыуаҡ мәҙәниәт йортонда Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә арналған сара үтте.
Сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән булһа ла, тормоштан йәм табып йәшәүсе, көслө рухлыларҙы район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов ҡотланы. Артабан да ҡаҡшамаҫ рухлы, һоҡланғыс кешеләр булып ҡалыуҙарын теләне һәм йәмәғәт эштәрендә, спорт тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары өсөн уларға рәхмәттәр әйтеп Почет грамоталары менән Рәхмәт ҡағыҙҙары тапшырҙы.
Ермолаево музыка мәктәбе уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән концерт номерҙары менән үрелеп барған сарала район хакимиәтенең спорт, физик культура һәм туризм буйынса комитет етәксеһе Василий Копылов та, сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән булһа ла, спортта әүҙем булғандары өсөн, рәхмәттәр әйтеп, уларға Грамоталар һәм миҙалдар тапшырҙы.
Ысынлап та, уларға ҡайһы нимә сикләнгән. Ә шулай ҙа инвалидтар төшөнкөлөккә бирелмәй тормошто яратып, булғанына шөкөр итеп, яҡындарына тел ярҙамы менән булһа ла ярҙам итеп йәшәйҙәр.
Читайте нас: