Үткән шишәмбе көндө Айсыуаҡ мәҙәниәт йортонда опекаға алынған, йәтим, күп балалы һәм һәләтле балалар өсөн район хакимиәте башлығы шыршыһы үтте.
Был категорияға районда барлығы 259 бала инә, барыһын бер юлы ҡотлап булмай, шуға сараны ике өлөшкә бүлеп үткәрергә ҡарар ҡылғандар. Район етәксеһе Әхәт Ҡотлоәхмәтов байрамға килгәндәргә һаулыҡ теләне, беҙ ҙур ҡеүәтле илдә йәшәйбеҙ, һауаларыбыҙ таҙа, эскән һыуҙарыбыҙ саф булһын, тип теләне. Әлбиттә, һәр балаға бүләктәр таратылды. Быныһында ла Әхәт Йәүҙәт улы, кәнфит күп булыр, бер көндә ашап бөтмәгеҙ, сирләп китерһегеҙ, тип борсолдо. Ысынлап та, балды ла күп ашаһаң, тәме бөтә, һәр нәмәне яйлап, ҡәҙерен белеп кенә ауыҙ иткәндә ул татлыраҡ була.