Все новости
Байрамдар
28 Декабря 2018, 13:21

ҠЫУАНЫС КИСЕРҘЕЛӘР

Хакимиәт шыршыларын үткәреү йолаға әүерелде. Ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев та балаларҙы ҡупшыҡай янына йыйҙы һәм барыһын да Яңы йыл менән ҡотлап изге теләктәрен еткерҙе.

Хакимиәт шыршыларын үткәреү йолаға әүерелде. Ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев та балаларҙы ҡупшыҡай янына йыйҙы һәм барыһын да Яңы йыл менән ҡотлап изге теләктәрен еткерҙе.


Балалар байрамда әкиәт геройҙары менән бергәләшеп төрлө мөғжизәле ваҡиғалар уртаһында ҡайнаны, шыршы тирәләй бейене-йырланы, рәхәтләнеп күңел асты. Яңы йыл байрамының күрке булған Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килгәс, байрам тағы ла йәнләнә төштө, йәмләнде. Балалар уларға үҙ һәләттәрен дә күрһәттеләр, саранан ҙур ҡыуаныс кисереп таралыштылар.
Читайте нас: