Все новости
Байрамдар
29 Декабря 2018, 13:11

ИҢ ЯҠШЫЛАРЫ БИЛДӘЛЕ

Яңы йыл байрамына әҙерлек бар ерҙә лә әүҙем барҙы. Балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә, предприятие, учреждениеларҙа, ауыл, район Советтары биләмәләрендә төрлө саралар, конкурстар, кисәләр үтте. Шулай уҡ Яңы Мораптал мәҙәниәт йортонда “Иң яҡшы Ҡыш бабай һәм иң яҡшы Ҡарһылыу – 2019” асыҡ район конкурсы ла бик матур үтте.

Сарала Мораптал, Яҡшымбәт, Яҡут мәҙәниәт йорттарынан, Морапталдың “Алһыу”, Ермолаевоның “Тирәккәй” балалар баҡсаларынан Ҡыш бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙар көс һынашты. Яңы йыл байрамының төп ҡунаҡтары булған конкурсанттар “Сәләмләү”, “Залда ултырған халыҡты уйнатыу” һәм үҙҙәренең таланттарын күрһәтеү буйынса һынау тотто.

«Иң яҡшы Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу – 2019» номинацияһында гран-при алыусылар Мораптал мәҙәниәт усағы булды. Башҡа бәйгеселәр ҙә үҙ номинацияларында бүләкләнде.

- Районыбыҙҙа бындай бәйге йыл да үткәрелә. Яңы йыл алдынан ваҡыт табып был сарала ҡатнашыусы, халыҡ мәҙәниәтен үҫтерәбеҙ тип, үҙ көстәрен индереүсе Ҡыш бабайҙарға, Ҡарһылыуҙарға һәм уларҙы әҙерләүсе мәҙәниәт йорттары хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт, - ти “Йәшлек” мәҙәниәт йорто режиссеры Йәмилә Рамаҙанова.
Читайте нас: