Все новости
Байрамдар
19 Июня 2019, 09:28

Изге йола дауам итә

Беренсе һабантуй Яҡшымбәттә Бөйөк Ватан һуғышынан һуң, 1949 йылда, ойошторола. Күпме йылдар үтһә лә, күпме һыуҙар аҡһа ла, халыҡ үҙенең милли йолаһын ойоштороп, күңел асып, уртаҡ фекергә килеп, һабантуй байрамын үткәрер булған.

Беренсе һабантуй Яҡшымбәттә Бөйөк Ватан һуғышынан һуң, 1949 йылда, ойошторола. Күпме йылдар үтһә лә, күпме һыуҙар аҡһа ла, халыҡ үҙенең милли йолаһын ойоштороп, күңел асып, уртаҡ фекергә килеп, һабантуй байрамын үткәрер булған. Был изге йола бөгөн дә дауам итә.

Республикабыҙҙағы иң эре ауыл хужалығы предприятиелары иҫәбенә ингән «Искра» эшсәндәре яҙғы баҫыу эштәренә йомғаҡ яһап, сираттағы һабантуй байрамын билдәләне. Байрамға Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов, район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин, ауыл хужалығы етәкселәре, төрлө тарафтарҙа йәшәүсе яҡташтарыбыҙ, ауылдаштарыбыҙ һәм бихисап ҡунаҡтар килде.

Хужалыҡ етәксеһе Рәмил Ғиниәт улы Мостафин үҙенең сығышында мал ҡышлатыу һәм яҙғы баҫыу эштәренә йомғаҡ яһаны.

Быйыл ғүмер буйы «Искра»ла ең һыҙғанып намыҫлы эшләгән 23 кеше пенсияға сыҡты. Хужалыҡ етәксеһе уларҙың барыһына ла иҫтәлеккә ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы. Ғәйнулла Йосопов:

- Мин хужалыҡта 43 йыл механизатор булып эшләнем, бөгөн хаҡлы ялға сыҡтым, мине ҙурлап 10 мең һум аҡса бирҙеләр, хужалыҡ етәксеһе Рәмил Ғинниәт улына ысын күңелдән оло рәхмәтемде белдерәм, - тине.

Хужалыҡтың 118 кешеһенә дипломдар һәм 1500 һумшар күләмендә һәр береһенә аҡсалата премия тапшырылды. Шулай уҡ һәр хужалыҡ ағзаһына 500 һум күләмендә командировочный бүленде. Ҡотлоюл ауылынан йәш мехнизатор Ислам Аҡһаров:

- Яҙғы сәсеү эштәрендәге һәйбәт күрһәткестәрем өсөн миңә аҡсалата премия бирҙеләр. Сөм-ҡара тупраҡлы бураҙналарға һалған орлоҡтарымдың матур итеп үҫеп ултырыуҙарына ҡарап ҙур шатлыҡ кисерәм, - тип ҡыуаныстары менән бүлеште.

Район хакимиәте башлығы Юлай Талха улы Ильясов:

- «Искра, ауыл хужалығы кооперативы эшсәндәре һабантуйҙы яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡаршылай. Бында талантлы, уңған кешеләр йәшәй. Хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, һеҙгә һаулыҡ, бәхет теләйем, - тине. Хакимиәт башлығы һабантуйға килеүселәрҙе ҡотлап ҡына ҡалманы, уларға бүләк тә әҙерләгән: оҙон башҡорт халыҡ йырын йырлап ишеттерҙе. Шунан һуң уңған ауыл эшсәндәренән бер төркөм ир-егеттәребеҙҙе: Илшат Бикҡужин, Илнур Исхаҡов, Инсаф Хәйбуллин, Зариф Манғотов һәм Шамил Хәсәновты Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәтенең Почет грамоталары менән бүләкләне.

Һабантуйҙың рәсми өлөшө тамамланғас, күмәк спорт саралары: ат сабышы, милли көрәш, волейбол һәм башҡа ярыштар башланды.

Ат сабышында Ҡотлоюл ауылынан һөтсөлөк фермаһы мөдире Иҙрис Боҫҡанов 1-се, Яҡшымбәт ауылынан 8-се класс уҡыусыһы Айбулат Әбдрәхимов 2-се, Зөфәр Манғотов 3-сө урынды алды.

Милли көрәштә Яҡуп ауылынан Радмир Ғайсин 1-се, Көйөргәҙенән Илфат Кинйәғолов 2-се урынды яуланы. Арҡан тартышта Ҡотлоюл ауылынан Нәғим Аҡһаровты еңеүсе булманы.
Читайте нас: