Все новости
Байрамдар
29 Октября 2019, 12:19

Атта сабышмаһалар ҙа...

Беҙҙең халыҡта иң ҙур байрам “Һабантуй” тип әйтеп күнегелгән, быныһынан тыш “Сөмбөлә” байрамы ла бар. Борон был байрамды ныҡ шартына килтереп ҡаршылағандар тиҙәр, ҡырға сығып, ҙур байрам ойошторған, ат сабыштары уҙғарылған, батырҙар билдәрен көрәштә һынаған. Ҡорбан итеп йылҡы, һыйыр малын салғандар, оло инәй-олатайҙарҙан фатиха алғандар, Ер-әсәгә уңыш өсөн рәхмәт әйткәндәр. Тора-бара был йола ярайһы уҡ үҙгәрештәр кисергән, байрамда ҡатын-ҡыҙҙар, йәштәр генә ҡатнаша башлаған. Улар кендек инәләренә бүләктәр биреп, ололарҙан фатиха алған. Байрамдың иң сағыу өлөшөнөң береһе булараҡ, Сөмбөләне һайлау традицияға инеп киткән. Бик матур ҡыҙҙы Сөмбөлә итеп кейендереп, майҙанға алып сыҡҡандар.
Күмертауҙың Реабилитация үҙәге лә, элеккене иҫкә алып, “Сөмбөлә” байрамын ойошторған. Атта сабышмаһалар ҙа, балалар төрлө уйындар уйнаған, йылҡы ите булмаған, сәк-сәк, алма ашап рәхәтләнгәндәр, байрамдары бик күңелле үткән.
М. ИЛЬЯСОВ.
Читайте нас: